Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Милли проекттар
29 Апрель , 04:37

Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэрын ҡулға алыуға аңлатма бирҙеләр

Республика Башлығы Өфө хакимиәте етәкселеге тирәләй хәл-ваҡиғалар тураһында белә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары процессуаль ғәмәлдәр комплексын үткәрә, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса ҡаралған эштең шарттарына һәр яҡлап һәм объектив баһа биреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэрын ҡулға алыуға аңлатма бирҙеләрБашҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэрын ҡулға алыуға аңлатма бирҙеләр
Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэрын ҡулға алыуға аңлатма бирҙеләр

Бөгөн иртән хоҡуҡ һаҡлаусылар Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты ҡулға алды. Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ул вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа шикләнелә. Тәфтишселәр һорау алыуҙар, тентеүҙәр үткәргән.

Автор:
Читайте нас