Ашҡаҙар
+13 °С
Ясно
Милли проекттар
23 Августа , 05:55

Башҡортостанда яңы балалар дауаханаһы төҙөргә планлаштыралар

Башҡортостанда балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһы ғәмәлдә. Был ҡалаларҙа һәм райондарҙа 55 поликлиника һәм бүлексә, һигеҙ муниципаль-ара балалар үҙәге, шулай уҡ Өфөләге 17-се дауахана һәм юғары технологиялы махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтелгән Республика балалар клиник дауаханаһы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Башҡортостанда яңы балалар дауаханаһы төҙөргә планлаштыраларБашҡортостанда яңы балалар дауаханаһы төҙөргә планлаштыралар
Башҡортостанда яңы балалар дауаханаһы төҙөргә планлаштыралар

Республикала 17 йәшкә тиклемге 879 378 бала иҫәпләнә, шуларҙың 32 974-е – бер йәшкә тиклемге сабыйҙар. Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 1 505 табип-педиатр, шул иҫәптән 1 033 участка табибы эшләй.

2026 йылдың алты айында 437 182 бала профилактик медицина тикшереүе үткән, 254 478 балаға репродуктив һаулығын баһалау маҡсатында – диспансерлаштырыу, 1 642 бала федераль үҙәктәр белгестәре менән телемедицина консультациялары үткәргәндәр.

Республикала төрлө нозологиялар буйынса 12 махсуслаштырылған балалар үҙәге уңышлы эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Атап әйткәндә, Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Балалар эндокринологияһы үҙәгендә шәкәр диабеты менән ауырыған 1,8 мең бала иҫәптә тора. Республика клиник психиатрия дауаханаһы базаһында Менталь сәләмәтлек үҙәге уңышлы эшләй, унда 2025 йылда 772 бала комплекслы диагностика үткән, шул иҫәптән аутизм осрағында скрининг башҡарылған. 

– Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу программаһы буйынса 5-се балалар поликлиникаһы һәм Республика клиник фтизио-пульмонология үҙәгенең балалар бүлексәһе биналарына капиталь ремонт үткәрелде, шулай уҡ ҡорамалдар, мебель һәм оргтехника яңыртылды. Быйыл 5-се балалар поликлиникаһының 2-се поликлиника бүлеген ремонтлайбыҙ, – тип өҫтәне Айрат Рәхмәтуллин. – Бәлиғ булмағандарҙы медицина тикшереүе үткәреү өсөн беҙ юғары аныҡлыҡтағы диагностика приборҙары менән йыһазландырылған мобиль комплекстар алдыҡ. Бригада 11 сентябрҙә «Патриот» паркында эшләй башлаясаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар өсөн яңы медицина учреждениеһы төҙөү кәрәклеген билдәләне.

– Республикаға яңы ҙур балалар дауаханаһы талап ителә. Әле үк ошо хаҡта уйларға – урын эҙләргә, документтар әҙерләй башларға, проектлауға тотонорға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
https://glavarb.ru/ba/news/event/-bashortostanda-yay-balalar-dauahanay-trg-planlashtyralar/
Автор:
Читайте нас