Ашҡаҙар
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Сентября , 19:13

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды. Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә.

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыраБыл юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра
Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра

Балтас районында подрядсылар район үҙәге менән Иҫке Илек араһындағы Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 5,2 километрлыҡ участкаһын төҙөкләндерҙе. Унда иҫке япманы алып ташланылар һәм ике ҡат яңы асфальт-бетон түшәнеләр, юл ситтәрен нығыттылар.

Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә финансланған, тип билдәләнеләр БР Транспорт министрлығында. Июль аҙағына ошо уҡ юлдың икенсе участкаһы әҙер ине.

– Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы 58 меңдән ашыу кеше йәшәгән Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарын тоташтыра. Ул шулай уҡ Башҡортостан менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юлдан көн һайын 3 меңдән ашыу автомобиль үтеп китә, шуға күрә уны эҙмә-эҙлекле рәүештә норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова.

2026 йылда ағымдағы миҙгелдә милли проект буйынса бөтәһе 200 километр юл һәм 13 күпер йүнәтелде.

 

 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас