Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн медицина учреждениеларына «тәгәрмәсле мини-поликлиника» асҡыстарын тапшырҙы. Автомобилдәр «Ғаилә» милли проектына ингән «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә һатып алынған.
Комплекстар балаларҙы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа ашығыс, беренсел, махсуслаштырылған һәм паллиатив медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә нәмә бар (ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппарат, стетофонендоскоп, портатив электрокардиограф, пульсоксиметр, офтальмоскоп һәм күреү һәләтен тикшереү өсөн проектор, отоскоп, УЗИ өсөн портатив аппарат, автоматик дефибриллятор һәм башҡалар).
Улар ярҙамында табиптар республиканың алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған райондарында балаларға профилактик тикшереүҙәр үткәрә аласаҡ. Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса машиналарҙың береһе Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында эшләйәсәк.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 2030 йылға тиклем республика тағы ла ошондай 18 комплекс һатып алырға ниәтләй