Ашҡаҙар
+12 °С
Ясно
Милли проекттар
23 Сентября , 09:00

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында һөйләне.

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡБашҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ
Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ
«Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 100 километрҙан ашыу туристик юлды ремонтлайбыҙ. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез һәм башҡа трассалар», — тип белдерҙе ул.

Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн туробъекттарға юлдар төҙөү эшен дауам итергә һәм юл буйы сервисын үҫтерергә кәрәк, тине республика етәксеһе.

«Беҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтә бирә», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, былтыр республикаға 2,4 миллиондан ашыу турист килгән (8,2 процентҡа күберәк). Әлеге күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй.

«Беҙҙең бурыс — туристар ағымын йылына кәмендә 3 миллион кешегә тиклем арттырыу», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы: Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген, «Салауат ере» комплексын, «Шүлгәнташ» музейын үҫтереү, боронғо баҡыр иретеү заводтарын тергеҙеү хаҡында иҫкә төшөрҙө. Республиканың «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары — ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә, ә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас