

Башҡортостанда йыл башынан һатыуға етештерелгән һөттөң күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 29,5 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығы. Был “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына яуап бирә.
Тулайым етештереү буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты биләй – бында 65,1 мең тонна һөт алынған. Ә һауым артыуы буйынса – Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары беренсе урында. Бер йылда улар продукция етештереүҙе 19 мең тоннаға тиерлек арттырған. БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, алдынғы райондарҙа һөт малсылығын үҫтереүгә ҙур инвестиция проекттары йәлеп ителгән, һәм был яҡшы һөҙөмтә биргән.
Һөт етештереү буйынса республиканың иң яҡшы ете районы иҫәбенә Саҡмағош, Ауырғазы, Илеш, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Йәрмәкәй һәм Мәләүез райондары инә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Башинформ.