Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Июнь 2018, 09:47

“Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар!”

“...Буш сәңгелдәк бәүетеүҙән һаҡла мине, яҙмыш”, – тип яҙа үҙенең бер шиғырында Рауил Бикбаев. Ысынлап та, мөхәббәттәре емешһеҙ ғаиләләргә Хоҙай сабырлыҡ йәлләмәһен. Кемдер был әсе хаҡиҡәт менән килешеп, икәүҙән-икәү йәшәй бирһә, бәғзеләр уллыҡҡа бала ала. Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка ауылында йәшәүсе Татьяна һәм Иван КРАВЧЕНКОЛАР ҙа, дауахана юлын тапай-тапай торғас, төңөлөп, балалар йортонан бер ҡыҙ алып ҡайта. Ҡыҙ шул тиклем оҡшай ғаиләгә, хатта улар баланың неврология буйынса ғәрип икәнлегенә лә иғтибар итмәй. Һәм... өс йыл үтеүгә ҡатынды был изге ғәмәле өсөн Хоҙай Тәғәлә әсәлек бәхете менән бүләкләй! Ана шулай башлана Кравченколарҙа ҡыҙҙар тарихы.

Ошо ваҡиғанан һуң мөғжизә барлығына ышанмай ҡара инде. Йәнә шулай уҡ әлегеләй ике сирле бала алып ҡайта ғаилә, шунан үҙҙәренең дә ҡыҙҙары тыуа, түңәрәк артабан ҙурая бара... Хәҙер был өйҙә, ғөмүмән, 17 ҡыҙ йәшәй! Өсәүһе – үҙҙәренеке, ҡалғандарҙы тәрбиәгә алғандар. Тик шуныһы: был 17 бала араһында 15-е неврология, психик сирҙәр менән яфалана. Үкенескә ҡаршы, Татьянаның үҙенең дә икенсе ҡыҙы, ваҡытынан алда донъяға килеү сәбәпле, инвалид булып ҡала. Ә бына балалар йортонан алғандарҙың күбеһе, әңгәмәсем әйтеүенсә, үкенескә ҡаршы, тапҡан әсәләренең иҫерткес эсемлектәр, наркотик матдәләр һәм “балаға уҙыуҙан һаҡланыу төймәләре” арҡаһында ғәрип булып ҡалған икән...
– Әммә ҡыҙҙарым бирешмәй, үҫергә, үҫешергә тырыша, – ти әсә кеше.
Эйе, 17 бала ҡарау, уларҙы кеше итеү – үҙе үк ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Ниндәй көс, сабырлыҡ, ныҡышмалыҡ, аҡыл талап иткәнен шул балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсә генә беләлер. Ә бында... кемдер үҫеше буйынса ике тапҡырға артта ҡалған, кемдер һөйләшә белмәй, ҡыҙҙарҙың береһенә ризыҡты тик иҙеп-ваҡлап ашатырға тура килһә, икенсеһе ғүмерен түшәктә ятып ҡына үткәрергә мәжбүр. Ошоларҙы күҙ алдына килтереп, Кравченколарҙың, Татьянаның әсәһе Ирина ханымдың үҙҙәрен балаларға арнауын нисек баһаларға?!. Рәхмәт әйтер һүҙ һәм иғтибар етмәҫ һымаҡ. Иң мөһиме, Аллаһы Тәғәлә барыһын да күрә бит. Кем баланы яҡлай һәм һаҡлай, кеше итә, кем бәхетһеҙ итә – барыһын да...
Ысынлап та, Ирина Илдар ҡыҙы ла был йортта изгелек башҡарыусы. Әлбиттә, был тиклем яуаплы эште Татьянаға яңғыҙы ғына атҡарып сығыуы бик ауырға тура килер ине, ире көнө-төнө тигәндәй эштә – механизатор, ә балаларға бер-береһен ҡарашырға еңел түгел. Татьяна - башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм балаларға өйҙә үҙе белем бирә, ул ауыл мәктәбенә беркетелгән белгес икән.
– Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар, улар тәртипле лә, тырыш та, дуҫ та, – тип маҡтай әсә кеше ҙур ғаиләһен, ҡыҙҙарын. – “Ғәрип балалар менән ҡыйынмы?” – тигән һорау бирергә теләйһегеҙҙер. Эйе, етешһеҙлектәре бар, әммә уларҙың ихласлығын бөгөнгө тормошта боҙолған ҡайһы бер балаларҙың ҡылыҡ-фиғелдәре менән сағыштырғанда, кем һау икән тигән һорау биреп ҡуям...
Әлбиттә, бында ғаиләгә “инвалидтар елкәһендә аҡса эшләп яталар” тип ҡара яҡҡан бысраҡ әҙәмдәр, йәиһә, киреһенсә, автомобиль бүләк иткән миллионерҙар, дауаханаларҙағы мөнәсәбәттәр тураһында ла һүҙ алып барырға булыр ине, әммә быларҙың барыһынан шуныһы ҡиммәт: кемдер Хоҙай бүләк иткән балаһын да ҡарай алмай, ә әлегеләй ғаиләләр, ауырлыҡтарға ҡаршы сығып, яҙмыш һынауында ҡалғандарҙы яҡлай, кеше итергә тырыша. Шулай, бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай...
Читайте нас