Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Июнь 2018, 10:37

Кемдә нисек? Беҙҙә - шулай... Мәктәптәге сығарылыш кисәләре кеҫәләр ярышына әйләнде.

Һуңғы ҡыңғырау яңғырау менән ата-әсәләрҙе бер мәсьәлә борсой башлай. Ул да булһа – ҡиммәтле сығарылыш кисәләре. Ата-әсәләрҙең күбеһе балалары өсөн йәнен бирергә әҙер. Һөҙөмтәлә күп нәмәне бала аҡылы менән генә ҡабул иткән балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, 4, 9, 11-се класты тамамлаусы үҫмерҙәр өсөн ата-әсәләр әллә күпме аҡса түгеп, байрам ойоштора.

Дөрөҫөн әйткәндә, ата-әсәләр комитетында тороусылар аҡса күп талап ителгән сараларға заказ бирергә ҡарар ҡабул итә лә, ҡалғандар меҫкен булып күренмәҫ өсөн, балаһын мәхрүм итмәҫ өсөн, тешен ҡыҫып булһа ла, сығымдарҙы ҡапларға аҡса эҙләй башлай.
Балалар баҡсаһы сығарылышы булһынмы, дүртенсе класты тамам-лаһынмы, берҙәм дәүләт имтиханын биреп байрам итһендәрме – барыһының да теләктәре ата-әсәләрҙең кеҫәһен бушатыу ярҙамында тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә миллионлаған ата-әсә, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла, үҙҙәренең сығымын киҫкен рәүештә кәметеп булһа ла, балаһы бер көн байрам итһен өсөн, аҡса түгә. Уларҙы бер кем дә көсләп таламай, сараны үҙҙәре ойоштора. Тик һуңынан…аноним сығанаҡтарҙа хаҡтарҙың юғарылығына, сығарылыш кисәһенең артыҡ ҡиммәткә төшөүенә зарланалар. Сөнки ябай ғаиләлә үҫкән балалар ҙа һыр бирмәй, уларҙың ата-әсәләре, кредит алып булһа ла, балаһын башҡалар араһында кәм-хур итмәҫкә тырыша
Эйе байрамһыҙ ҙа булмай тормош, ул да кәрәк. Тик шундай матур осорҙоң матди сығымдар менән генә үлсәнеүе күңелде ҡыра.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП,
Шул уҡ ваҡытта, ҡайҙа нисек?
Швецияла сығарылыш уҡыусыһы байрам иртәһен шампан шарабын уртлап башлай, уға еләк тә ҡушып ебәрә. Ә инде кисәгә мотлаҡ аҡ күлдәктә килә.
Һиндостанда һәр бер уҡыусыға класташтары тураһында рәсми мәғлүмәт туплаған ҡағыҙ тотторалар. Был улар аҙаҡ та бер-береһен юғалтмаҫ өсөн башҡарыла.
Польшала сығарылыш кисәһен директор бейеп башлап ебәрә.
Германияла сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренә гимн һәм эмблема уйлап сығара.
Аргентинала уҡыусылар бер-береһенә йомортҡа бәрә.
Американың Йель университетын тамамлаусылар, диплом алғас, кампустары буйлап етәкләшеп йүгерә. Тик уларҙың өҫтәрендә бер кейем дә булмай.
Читайте нас