Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
5 Июнь 2018, 10:27

Кинйәбайҙың Тимербайға әйткәне

...Олатай кеше, ейәнен күтәреп, тәҙрә ҡаршыһына килеп баҫҡан. Ике быуын Аҡсулпановтар офоҡтарға барып тоташҡан яландарҙан урмандарға, урмандарҙан тауҙарға олғашҡан сикһеҙлекте күҙәтә. Иген сәскән баҫыуҙарына һоҡлана.- Ә быныһы инде беҙҙең тыуған төйәгебеҙ, улым, - тип һүҙ башлай олатай кеше. Ул – һинең данлыҡлы Күсәрбай, Аралбай, Шаһихәйҙәр исемле ата-бабаларыңдың тыуған ере, һинең тыуған ерең. Үҙеңдең дворяндар дауамы икәнеңде һис ҡасан да онотма!..Олатаһының һөйләгән һәр һүҙенә төшөнөрлөк йәштә түгел, әлбиттә, Тимербай, әммә быуын-ыры-уыңды, тарихыңды танып белеүгә нәҡ сәңгелдәктән орлоҡ һалына түгелме ни?!

Батша заманы,
Вәлиди автономияһы һәм
Донды кисеп сығыу
Аҡсулпановтар нәҫеле Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы өсөн генә түгел, бөтә башҡорт халҡының данлыҡлы дворяндар нәҫеле. Тарихтағы төрлө һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, бөгөнгәсә килеп еткән нәҫел. Әлбиттә, был шәжәрәне барлағанда һүҙҙе ошо ауылға исеме бирелгән Күсәрбайҙан башларға кәрәктер (ауыл башта Аҡсулпан була).
Тарихтан билдәле булыуынса, Күсәрбай хәрби хеҙмәттә йөрөй, полк старшинаһы була. 1789 йылда уға капитан званиеһы, 1793 йылда императрица Екатерина II тарафынан дворянлыҡ титулы тапшырыла. 1798 йылдан алып ул 7-се башҡорт кантонының баш вазифаһын атҡара. Күсәрбай Аҡсулпановтың тәүге ҡатыны Айытбикәнән – Аралбай, икенсе ҡатыны Ҡотлобикәнән Әхмәтшафиҡ һәм Тайып исемле улдары тыуа. Аралбай Аҡсулпанов, атай-олатайҙарының данын дауам итеп, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм урыҫ ғәскәрҙәренең 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походында ҡатнаша, батырлыҡтары менән дан ҡаҙана. Аралбай Аҡсулпанов – Парижғаса барып еткән яу батыры, полк командиры. Хәйер, уның III дәрәжә “Изге Анна” ордены (Рәсәй империяһы буйынса бындай хөрмәткә 17 кеше генә лайыҡ булған), “Парижды алған өсөн”, “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” миҙалдары Аралбайҙың ниндәй яугир булғаны хаҡында үҙҙәре үк һөйләй. Эйе, башҡорт улдары бер яуҙа ла баш бирмәҫ!
Был нәҫел республика, ил тарихында батырлыҡтары, оҫталыҡтары аша үҙҙәренең данлы исемен ҡалдырыуҙы артабан да дауам итә. Ата-бабаларының бөйөк яҙмышын Шаһихәйҙәр ҡабатлай. Уның хаҡында артабанғы мәғлүмәттәр билдәле: ул 1909 йылда 234-се Сызрань резерв батальонында хеҙмәт итә (Сембер ҡалаһында урынлашҡан), Беренсе донъя һуғышында һәм Рәсәйҙәге граждандар һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда Киев хәрби округы артиллерия идаралығының начальнигы бурыстарын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайының (съезының) эшендә ҡатнаша. Ҡоролтайҙа Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов Башҡортостан предпарламентының Кесе Ҡоролтайы составына һайлана. Һуңғараҡ Башҡорт хәрби шураһы ҡарамағындағы прапорщиктар мәктәбендә уҡыта. 1918 йылдың 1 июленән – 1-се Башҡорт уҡсылар бригадаһының командиры, 1918 йылдың 6 авгусынан – Башҡорт Армияһының 1-се Башҡорт пехота дивизияһы начальнигы. 1920 йылдың август айында Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Запастағы ғәскәрҙәр идаралығы начальнигының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
– Зәки Вәлиди автономия төҙөргә булғас, бөйөк юлбашсы үҙенә таянырҙай кешеләр эҙләй башлағаны билдәле, – тип һөйләй был тарихты Кинйәбай ағай. – Уға хәрби чиндағы бер нисә шәхесте атайҙар һәм Вәлиди Шаһихәйҙәр Аҡсулпановҡа туҡталып ҡала. Хәрби тактиканы белгән, йәштәрҙе өйрәтерлек полковник Шаһихәйҙәрҙе ул махсус рәүештә саҡыртып ала. Саҡырыу менән Шәйехзада Бабич үҙе килә һәм Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы был изге эштә ҡатнашырға ризалыҡ бирә.
Үкенескә ҡаршы, был шәхестең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ерләнгән. Әммә ниндәй шарттарҙа һәм ҡасан вафат булғаны хаҡында тарихсылар ҙа, Аҡсулпановтар үҙҙәре лә белмәй.
Төрлө осорҙа йәшәгән был шәхестәрҙе, һис шикһеҙ, хәрби оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ берләштерә. Мәҫәлән, нәҫел үткән быуаттың урталарында ла үҙҙәренең кем икәнлеген танытып тора әле.
Совет заманында ла шул уҡ ауылдан, Аҡсулпановтар нәҫеленән Тәмербәк исемле батыр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Беренсе көндән үк фронтҡа китеп, фашистарҙы тар-мар иткәндән һуң, илде тергеҙеүҙә ҡатнаша һәм тыуған яғына 1947 йылдың июнендә генә ҡайта. Бала саҡтан етем ҡалған, аслы-туҡлы тормош кисергән егет бөгөлөп төшә торғандарҙан булмай. Иҫән булһалар, яуҙаштары Тәмербәкте Донды бер тында ике тапҡыр йөҙөп сыҡҡан батыр, тип иҫләйҙер. Эйе, Донды ла йөҙөп сыға, 214-се дивизия составында Сталинградты ла азат итә, ата-бабалары һымаҡ Берлинға ла барып етә ул. Вәли, Әхмәтшафиҡ, Тайып... ғөмүмән, был нәҫелдең данлыҡлы улдарын бер тында ғына һанап сығырмын тимә.
Ерҙәр ҡайта хужа ҡулына
...Заман башҡа – заң башҡа. Дворяндар титулы тарихта ҡалған, ҡасандыр Аҡсулпановтар идара иткән 2 мең гектарҙан ашыу ерҙәр ҙә ваҡыт арауығында билдәле сәбәптәр арҡаһында башҡалар ҡулына күскән. Хәйер, бөгөн дә Аҡсулпановтар үҙ тырышлығы, хеҙмәте менән биләмәләр нығытыу өҫтөндә, ер эшкәртә, ерҙәр һатып ала. Яу батыры булмаһа ла, дау батыры булып донъя көтә, иң мөһиме, ата-бабаларының данын арттырып йәшәй.
– Халыҡты ҡайғыртып, ошо ерҙе ҡайғыртып йәшәү – ҡанымдан килә, – тип ғорурлана Кинйәбай ағай. – Үҙемде дворян итеп тоям!
Бөгөн иһә фермер Кинйәбай Аҡсулпановты тирә-яҡ ауылдарҙа ғына түгел, күрше райондарҙа ла яҡшы беләләр. Үҫтергән игенен дә, етештергән итен дә маҡтап туймайҙар. Ғөмүмән, бар яҡтан да килгән йүнсел ул.
Бынан теүәл ун дүрт йыл элек башлай ул үҙ эшен: 25 гектар ерҙә иген сәсеп ҡарай. Әлбиттә, ер кешеһе булһа ла, тәүге йылда “уңырмынмы-туңырмынмы?” тип борсола, сөнки бизнес донъяһы – бер ваҡытта ла уҡып сыға алмаҫлыҡ китап. Күпме яғыулыҡ кәрәк? Документтарҙы ҡасан тапшырырға? Игенде нисә һумдан һатырға?.. Барлыҡ һорауға ла яуап табырға кәрәк. Ә улары бер-бер артлы тыуып ҡына тора. Әммә, яу хафаһы ҡурҡыта алмағанды, дау мәшәҡәте генә өркөтәме һуң бил бирмәҫ Аҡсулпановтар нәҫелен?! Бер нисә йыл дауамында Кинйәбай Шәйбәк улы сәсеүлек майҙанын бермә-бер арттыра. Уңыш та ергә һәм тырышлыҡҡа ҡарап үҫә.
– Иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ һайлау. Оҙаҡҡа һуҙып сәсһәң, һуңлап ҡына эшкәртһәң, яйлап ҡына урһаң, әлбиттә, мул уңыш алам тип иҫәп тотоп булмай. Бәлки, һөҙөмтәле эшләүҙең төп сере лә шундалыр, – тип һөйләне Кинйәбай ағай. Эйе, ер эше тырыштарҙы һәм өлгөрҙәрҙе яратыусан бит. – 2010 йылда ҡоролоҡ булды, әммә беҙҙең фермер хужалығында иген ҡотороп уңды.
Йүнселдең хужалығы кеше һаны буйынса ҙур түгел. Төп терәк-таянысы – ике улы. Данир гел атаһы янында булһа, йәш ғалим Юлай ял ваҡытында Өфөнән ҡайтып ярҙам итә. Шулай уҡ ауылдан алты егетте миҙгелле булһа ла хеҙмәт урыны көтөп тора был хужалыҡта. Ә бына техникаһы иһә байтаҡ Кинйәбай ағайҙың: “Т-150”, “МТЗ-82”, “КамАЗ”-дар, “ЗиЛ”…
Бынан тыш, мал һимертеп тә һата фермер Аҡсулпанов. Ғөмүмән, ауылдаштарын иген-һалам, ит ризығы менән тәьмин итеп тора. Улай ғына ла түгел, Кинйәбай Шәйбәк улы – ауылдың төп таянысы, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ! Кәрәк саҡта аҡса менән дә ярҙам итә, техникаһын да йәлләмәй.
Ауылдың тарихына ла һаҡсыл ҡарай ишле ғаилә. Мәҫәлән, Күсәрбайҙа Аралбай Аҡсулпанов рухына бағышлап таҡтаташ асыуға күп көс һалған улар. Ауыл тарихын, ырыу шәжәрәһен буласаҡ ғалим Юлай ғына түгел, эштән бушаған арала Кинйәбай ағай үҙе лә ныҡлы өйрәнә.
– Күпме генә тырышып эшләһәң дә, үҙ тарихыңды белмәй йәшәүҙән ни файҙа? Шуға күрә нәҫел ептәрен, тел-еребеҙҙе ҡурсалауҙы төп бурысым һанайым, – тип, күңелендәге менән дә бүлеште ул. Аҡсулпановтар нәҫеле вәкилдәре Стәрлетамаҡ районында ғына түгел, Мәләүез, Ғафури яҡтарында ла йәшәй. Был шәжәрәнең ҡайһы ғына тармағына барып туҡталма, һәр береһе тиерлек ҙур абруй ҡаҙанған. Тырышып эшләгән, тормоштоң уртаһында ҡайнаған, ерем-телем тип янып йәшәгән бындай нәҫелдәр ғүмерле булһын!
Тарихына һаҡсыл тигәндән, Аҡсулпановтар үҙҙәренең Аралбай һәм Шаһихәйҙәр олаталарына һәйкәл асыу ниәте менән дә янып йөрөй. Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихын билдәләгәндә иң күренекле 100 шәхесебеҙ араһында уларҙың да исемен күреүе ҡыуаныслы, әммә әлегә тиклем был батырҙарыбыҙҙың һәйкәлдәре булмауы, ысынлап та, күңелде ҡыра. Шуныһы ҡыуаныслы: был башланғысты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, уның көньяҡ төбәге бүлексәһе күтәреп алып, һәйкәл асыу ғына түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһы урамдарына йәнә данлыҡлы нәҫел, Вәлиди арҡаҙаштары Ҡарамышевтар менән берлектә Аҡсулпановтар исемен дә биреү һымаҡ мәсьәлә лә күтәреп сыҡты.
– Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов – Башҡортостан автономияһын булдырыу ваҡиғаларында туранан-тура ҡатнашып йөрөгән шәхестәрҙең береһе, шуға тарих уртаһында ҡайнаған Стәрлетамаҡта уның исемен мәңгеләштереү урынлы, - тип нигеҙләй был ниәтте Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова һәм, – уларҙың әһәмиәте бер Стәрлетамаҡ ерлеге өсөн генә түгел, бөтә республикаға хас, шуға башҡа ҡала-райондарҙа ла урам, учреждениеларға исем биреп, мәңгеләштереү дөрөҫ булыр ине, – тигән өҫтәмәләр индерә тарихсы.
Бирһен Хоҙай, уйлаған ниәттәр тормошҡа ашһын.
Йомғаҡлау урынына
Үтер ваҡыт, Тимербай ҙа үҙенең нәҫел ебен барлар, тамырҙарының көсөн аңлар. Иң мөһиме, уға Аҡсулпановтарҙың данын Кинйәбай олатаһы һымаҡ дау батыры булып дауам итергә яҙһын. Ғорурлыҡҡа килгәндә, Тимербай ғына түгел, беҙ, бөтә башҡорт халҡы, был йәһәттән бай бит – ошо хаҡта ла онотмаһаҡ ине.
Читайте нас