Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
8 Июнь 2018, 11:50

АҠ КҮЛДӘКЛЕ, АҠ КҮҢЕЛЛЕ АҒИНӘЙ

Уны барыһы ла яратып, яҡын күреп “үҙебеҙҙең Мәрйәм”, “Мәрйәм апай”, “Мәрйәм абыстай” тип кенә йөрөтә. Һәр ваҡыт ап-аҡтан кейенеп йөрөгән изге күңелле ханымдың уйҙары ла аҡ, яҡты, һүҙе иманлы. Юлында осраған һәр кемгә лә хәйер-фатихалар биреп, изге теләктәр теләп, булмышы менән ҡалабыҙға йәм биреп йәшәй ул. Бынан өс тиҫтә йылдар элек, халыҡ дини йолаларға әлеге кеүек ныҡлап бирелмәгән ваҡыттарҙан бирле үк ул башына аҡ ҡалпағын кейеп, аҡ яулыҡ ябынып, оҙон итәкле күлдәктәр кейеп, тәҡүәлек юлында йөрөгән мөьминә абыстай.

– Юлымда һәр ваҡыт иманлы кешеләр осрап ҡына торҙо. Алты йәшемдә атайым Стәрлетамаҡ мәсетенә алып килде, “Балам, ошо Аллаһ йортонда йәшә!” – тине. Йәғни иманлы бул тигән мәғәнәлә.
1-2-се кластарҙа үҙебеҙҙең Талас ауылының мәсет йортонда уҡыныҡ. Унан һуң мәсетте һүтеп, икенсе урынға күсереп мәктәп итеп һалдылар. Мәсетте һүткәндән һуң оло ағайҙар, бабайҙар ауыл ситенә сығып, аҫалы балаҫтар йәйеп, асыҡ һауала намаҙ уҡый ине. Тәрәүих намаҙҙары иркенерәк өйҙә уҡылды, Мәрғиә абыстайҙарҙың өйөндә 65 кеше йыйылыр ине. Бабайҙар беҙҙең өйҙә уҡыны.
Башына аҡ сәллә ураған ҡарый Сәхәүетдин бабай ауылдаштарға Ҡөрьән уҡыны. Йәмәғәте Хафиза абыстай ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытты.
Беҙ, балалар, күмәкләшеп оло ғәйет байрамдарында бабайҙар намаҙ уҡығанын ситтән ҡарап ултырабыҙ, – тип хәтирәләр ебен һүтә Мәрйәм Ғәбдрәшит ҡыҙы уйҙары менән бала саҡ йылдарына ҡайтып. – Үҙебеҙ ҙә доға уҡыйбыҙ. Ҡартинәйҙәр, ҡартатайҙар беҙҙән сүрәләр ятлата. Көнөнә бишәр-алтышар доға ятлай инек. Бына шундай нурлы, иманлы мөхиттә үтте минең бала сағым.
Элек ҡатын-ҡыҙ мәсеткә намаҙ уҡырға йөрөмәне. Ағайҙар, бабайҙар намаҙ уҡып ҡайтыуға тәмле-тәмле бәрәместәр, бәлештәр бешереп, ҡоймаҡтар ҡойоп көтөп торорҙар ине. Ул заман кешеләре шул тиклем тәҡүә булды, хатта мәсет янынан үтеп барышлай туҡталып, көйәнтә-силәген ҡуйып тороп, бүрәнә аша Ҡөрьән тыңлай ине...
Атайымдың әсәһе Шәмсинур ҡартинәйем 106 йәшкә тиклем йәшәне. 286 балаға кендек инәһе булды. Күрше ауылдарҙан да килеп алалар ине үҙен. Уның өшкөргәне бик килешә ине. Изге ерҙән алып ҡайтҡан ҡара таш менән бүҫерҙән, тамаҡ ауыртыуҙан дауаланы. Шул ҡара ташты сайҡатып эсерә ине.
Ике ҡартинәйем дә изге кеше булды. Әсәйемдең әсәһе Мәсрүрә лә бик оҙаҡ йәшәне. Инәйем Мәстүрә 96-ға етте. Әлхәмдүлилләһ, ғаиләбеҙҙәге ун өс баланың барыһы ла – иман юлында.
Халыҡ Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышанғанына шатланам, – тип һөйөнөп бөтә алмай Мәрйәм Ғәбдрәшит ҡыҙы. – Хәҙерге йәш быуын мәсеттәргә килеп вәғәз тыңлай, намаҙ уҡый, ғәрәпсә уҡырға өйрәнә. Дуҫтарым менән бергә-бергә ҡөрьән аштарына саҡырышып, ислам дине ҡушҡанса йәшәгәнемә шатланам. Сөнки Аллаһы Тәғәләгә инанған кеше ауыр хәлдәрҙән, яуыз көстәрҙән һаҡлана. Ул һынауҙарҙы ла сабырлыҡ менән үтә. Иҫерткес эсемлектәр эсмәй, тәмәке тартмай. Иманлы кешенең йөҙө яҡты, нурлы була. Балаларым да, ейән-ейәнсәрҙәрем дә сүрәләр уҡый – мин шуның менән бәхетле.
Мәсеттәрҙең күп булыуын теләйем. Ислам динебеҙгә, Аллаһы Тәғәләгә тоғро булып, намаҙҙар уҡып йәшәйек, дин ҡәрҙәштәрем! – ти ул ихлас күңелдән.
Мәрйәм апайҙың берҙән-бер ҡыҙы Әлиә Алма-Ата ҡалаһында йәшәй. Ире Талап Сөләймәнов менән Мадияр исемле ул һәм Әминә, Алина, Әлмира исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Әлиә лә, Талап та – юристар. Талап юридик компанияны етәкләй. “Кейәүем бик яҡшы кеше”, – ти Мәрйәм ханым һөйөнөп. – Ҡоҙаларҙан да уңдым. Ҡоҙам Шәрипулла ғүмер буйы Ҡаҙағстандың Президент аппаратында эшләне. Кулендем ҡоҙағыйым - мөғәллимә. Ейәнем Мадияр быйыл 11-се класты тамамланы, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнә. Балаларыбыҙ барыһы ла иманлы, тәүфиҡлы, – тип һөйөнөп бөтә алмай бәхетле әсәй, өләсәй.
Мәрйәм Ғәбдрәшит ҡыҙы Төхвәтуллина ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй. Беҙ, “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы, яратҡан ҡәләмдәшебеҙҙе, баҫмабыҙҙың тоғро дуҫын ошо матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡурсауында булып, халыҡҡа иман байлығы таратып, балаларыңдың һәм кешеләрҙең ҡәҙер-хөрмәтендә булып, ҡалабыҙҙың ислам донъяһында сағыу бер йондоҙ булып балҡып, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә, аҡ күлдәкле, аҡ күңелле мөьминәбеҙ!
Читайте нас