Хәтерҙә, 1-се курсты тамамлағас, башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхәт Ханнан улы Вилданов етәкселегендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районына фольклор экспедицияһына юлландыҡ. Беҙ, ауыл егеттәренән ҡурҡып, дер ҡалтырап ултырғанда, ”илаҡ” төркөмдәшебеҙ иҫе лә китмәй, тыныс ятып йоҡлай ине. Бына шулай ул бөтәбеҙгә ҡарағанда ла ҡыйыу булып сыҡты. 2-се курста уҡығанда Хоснабыҙ үҙен иркен тота, ышаныслы баҫып йөрөй башланы. Сөнки ҡала мөхитенә үҙләште, яҡташтары менән бер бүлмәлә йәшәй башланы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ағай Ғариповтың бик матур һүҙҙәре бар: эстәлеклерәк йәшәп ҡалырға кәрәк. Хосна уҡыу аудиториялары, китапхана менән генә сикләнмәне, 3-4-се курстарҙа уны бүлмәһендә һирәк күрә инек, йышыраҡ музейҙа, концерт йәки театрҙа осратырға була ине. Бөтә ергә өлгөрә, уҡыуҙа ла һынатмай.
Беҙ бер дөйөм ятаҡта йәшәнек, ауырлыҡтарҙы ла, ҡыуаныстарҙы ла бергә кисерҙек. Хосна ышаныслы дуҫ, йор һүҙле, шаян булыуы менән айырылып торҙо. Яҡындарына иғтибарлы, улар өсөн кәрәк ваҡытта беренселәрҙән булып ярҙам ҡулын һуҙа, аҡыллы кәңәштәрен бирә ине. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, филология фәндәре докторы, яҡташы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың ҡул аҫтында уҡыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы Йыһанур Рәхмәтулла ҡыҙы Нәбиуллина менән осрашып, билдәле уҡытыусының етәкселегендә практика үтеүе тормошонда ҙур роль уйнаны. 4-5-се курстарҙа Өфөнөң 112-се мәктәбендә республикала билдәле уҡытыусының дәрестәрен ҡарап, остазынан күп нәмәгә өйрәнде, алған теоретик белемен практикала оҫта ҡулланды.
«Ауырлыҡ, сабырлыҡтар менән йәшәү ҡыҙығыраҡ”, – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин. “Ҡыҙыҡ та, ҡыйын да”, тип әйтер инек. 90-сы йылдар башы. Магазин кәштәләре буп-буш: әйбер ҙә, аҙыҡ-түлек тә юҡ. Шундай ҡатмарлы осорҙа Хосна Ишембай районы егете, буласаҡ актёр Фәим менән сәстәрен сәскә бәйләне. Төркөмдәшебеҙ Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан 97-се мәктәбендә хеҙмәт юлын башланы. 1991 йылдың декабрендә йәш ғаиләнең мөхәббәт емештәре ҡыҙҙары Азалия донъяға килде һәм улар, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп, яңы фатирҙа йәшәй башланы.
Бына 25 йыл Хосна Рафиҡ ҡыҙы Ишбулатова арымай-талмай йәш быуынға белем бирә. Ул алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүсән, тырыш, белемле һәм талантлы уҡытыусы. Башта ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһында, хәҙерге көндә 24-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Уҡытыусы һәр ваҡыт уҡыусыларын яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә, ҡыйыулыҡҡа әйҙәй, үҙ көсөнә ышана, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, белемен камиллаштыра. Уҡыусының уңыштары уҡытыусының балаға ҡарата булған ышанысы, талапсанлығы, сабырлығы менән бәйле. Хосна балалар менән эшләгәндә индивидуаль алым ҡуллана, һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә, һәр баланы шәхес итеп күрә. Тәжрибәле педагог балаларҙы туған телен һәм тыуған ерен һөйөргә, әсә телендә һөйләшергә, халҡын ихтирам итергә өйрәтә. Шулай уҡ төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштырып, уларҙың рухын байыта. Хосна Рафиҡ ҡыҙы –Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙы менән бер нисә тапҡыр бүләкләнгән абруйлы уҡытыусы.
Тормош йәме – сәләмәтлектә, күңелеңә ятышлы эшең һәм ғаиләң булыуҙа. Төркөмдәшебеҙ – бәхетле ҡатын, әсә. Уның эргәһендә һаҡлаусы һәм яҡлаусылары – ире Фәим һәм улы Аяз. Фәим – Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Кейәүе Айҙар һәм ҡыҙы Азалия Өфөлә йәшәйҙәр, бер йыл элек ата-әсәләренә ейән Әмирханды бүләк иттеләр.
Ошо көндәрҙә яратҡан төркөм-дәшебеҙ, тәжрибәле уҡытыусы Хосна Рафиҡ ҡыҙы алтын юбилейын билдәләй. Беҙ уға һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә уңыштар теләйбеҙ! Һәр ваҡыт шаян, дәртле һәм дарманлы булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Тағы оҙаҡ йылдар бергә булырға яҙһын.