Тәрбиәнең һөҙөмтәһен йылдар үткәс барларға
– Стәрлетамаҡты йәштәр ҡалаһы тип атап буламы?
– 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙе күҙ уңында тотҡанда, ҡала халҡының 48,5 проценты йәштәрҙән тора, тимәк, яртыһы тигән һүҙ. Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡта йәштәр үҫешһен, тормош ҡорһон, ерекһен өсөн шарттар тыуҙырыла. Әлбиттә, бөгөндән килеп бөтә проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел, әммә ҡала хакимиәте тарафынан ҡулдан килгәнсә бөтәһе лә эшләнә.
– Шәхсән Һеҙҙең бүлеккә ниндәй бурыс йөкмәтелгән?
– Эш төрлө йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, патриотик тәрбиә, һәләтле йәштәрҙе үҫтереү, уларҙың башланғыстарына булышлыҡ итеү, насар йоғонтоға бирелгән егет-ҡыҙҙарҙы “һаҙлыҡтан” алып сығыу буйынса саралар күреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ирекмәндәр эшмәкәрлеген йәйелдереү – былар барыһы ла көндәлек мәшәҡәттәр иҫәбендә.
– Ә бына илһөйәр быуын тәрбиәләү ауырмы?
– Ватансылыҡ буйынса эш һөҙөмтәһен бөгөн-иртәгә генә билдәләү бик үк дөрөҫ түгел. Йылдар үткәс кенә ул үҙ емештәрен бирә башлаясаҡ. Быға тарих шаһит буласаҡ. Әммә әленән үк шуны әйтергә мөмкин: ниндәйҙер саранан һуң егет-ҡыҙҙарыбыҙ ил тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда.
– Ниндәй саралар хаҡында һүҙ бара?
– Мәҫәлән, әле мәктәптәрҙә уҡыу тамамланды һәм балалар төрлө лагерҙарға тарала. Һәр лагерҙың – үҙ йүнәлеше. Ә бына “йәш армеец”та ял итеүселәр сәләмәтлеген генә нығытмай, шулай уҡ күнекмәләрҙә лә сыныға. Бында малайҙар ҡул һуғышы, автомат менән идара итеү оҫталығына өйрәнә, локаль һуғыштар аша үткән ветерандар менән осраша. Әлеге алымдар, әлбиттә, уларҙа егетлек, илһөйәрлек тойғоһо уятмай ҡалмай. Әгәр етмешкә яҡын ял итеүсенең күбеһе киләсәктә Тыуған илен һаҡлаусы хәрби булырға һүҙ биреп таралышһа, ошо илһөйәрлек билдәһе түгелме ни? Әлбиттә, йылдар вәғәҙәләрҙең күбеһен йотасағы көн кеүек асыҡ. Әммә күңелгә һалынған орлоҡ барыбер “Тыуған ил” тигән төшөнсәне нығытасаҡ. Бала саҡта күргән ветерандарға ҡарата хөрмәт һәм хәтер ҙә йәшәйәсәк.
Ветеран тигәндән, йәштәрҙе “9 майҙа ғына түгел”, төрлө сараларға, акцияларға, проекттарға йәлеп итәбеҙ. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында Еңеү көнөндә генә иҫкә төшөрөп, был Еңеүҙең ҡиммәтен, асылын йәш быуынға еткереп бөтөү мөмкин түгел. Юҡһа, сер түгел, төрлө сығанаҡтар аша былай ҙа йәштәргә тәьҫир итергә тырышып, ысынбарлыҡты боҙорға маташыусылар ҙа бар. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ менән ветерандар араһындағы бәйләнеште мөмкин тиклем нығытып, уларҙы күберәк аралаштырып ҡалырға тырышабыҙ, сөнки, билдәле, үкенескә ҡаршы, был ваҡытлыса, быуын алмашынғанға тиклем...
Был осрашыуҙар, әлбиттә, әңгәмәләр, фотоға төшөүҙәр менән генә сикләнмәй, ә оло быуынға төрлө яҡлап ярҙам итеү аша ла килә ул аралашыу.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: ватансылыҡты һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Йәшерен-батырын түгел, социаль селтәрҙәр шауҡымында ҡайһы бер егет-ҡыҙҙар өсөн был төшөнсә – буш урын. Әммә, иманым камил, мәле еткәс, ғүмер биргән ата-әсәң, кеше иткән Тыуған илең тормошоңда ҙур роль уйнағанын аңлай башлағас, был бушлыҡ изге хистәр менән тулыланасаҡ.
– Патриотик тәрбиә тураһында һүҙ йөрөткәндә, уҡыу йорттарында алып барылған эштәр күҙ алдына килә. Ә бына был йәһәттән ғаиләлә хәлдәр нисек тора? Йәш ғаиләләр үҙҙәре балаларын нисек итеп илһөйәр, рухлы итеп үҫтерә һуң?
– Бәхеткә күрә, был һорау буйынса ла матур миҫалдар килтерергә була. Йәш ғаиләләрҙе лә, өлкән йәштәге парҙарҙы ла өлгө итеп атарға мөмкин. Хатта аныҡ исемдәрҙе телгә алып үткем килә. Мәҫәлән, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары союзы рәйесе Фәнүр Дәүләтбаев – шундайҙарҙан. Кисәге һалдат ҡыҙы менән улын да үҙе һымаҡ Тыуған илде яратырға өйрәтә, кәрәк саҡта терәк булырлыҡ итеп тәрбиәләй. Был шәхестең, ғөмүмән, тормошо үҙе үк ихтирамға лайыҡ. Һүҙем уның хәрби ватансылығы тураһында ғына түгел – Фәнүр Дәүләтбаев яңғыҙы ике бала тәрбиәләй.
Икенсе миҫал: Собханғоловтар ғаиләһе. Аркадий Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы методисы Мәҙинә Собханғолованы ҡалала балалар ҡатнашлығындағы саралар аша беләләр. Ә шул уҡ ваҡытта ул ире һәм өс балаһы менән Еңеү волонтерҙары хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларының береһе. Аңлауығыҙса, был хәрәкәт тә Бөйөк Еңеү, тарих һәм башҡа изге төшөнсәләр менән бәйле.
– Волонтер тигәндән, һуңғы йылдарҙа ҡалала был хәрәкәт әүҙемләште.
– Уйлай китһәк, йәмғиәттә волонтерҙар һәр саҡ булған, тик улар башҡа төрлө генә аталған. Был хәрәкәт һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ күренешенә әйләнде. Волонтерҙар – беҙҙең ҙур таяныс. Кемгәлер ярҙам итеү, ил кимәлендә етди саралар ойоштороу, эҙәрмәнлек... – былар барыһы ла улар менән бәйле. Стәрлетамаҡта төрлө йүнәлештәге байтаҡ волонтер хәрәкәте бар. Тик барыһының да эшмәкәрлеген бер тәртипкә һалыусы көс тә кәрәк бит – был бурысты иһә ҡаланың Волонтерҙар корпусы атҡара. Улар һәр эштә әүҙемлек күрһәтә, үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙҙыр.
– Бөгөнгө байрам айҡанлы быуын-даштарығыҙ исеменән теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Беҙҙең ил – көслө дәүләт, сөнки ниндәй генә һынаулы мәлдәр булмаһын, халҡыбыҙ ойошоп, ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алған. Ил –ул карталағы бер сәйәси билдә генә түгел, ә көндәлек мәшәҡәттәре менән йәшәүсе, төрлө быуын вәкилдәре булған ябай халыҡ та. Минеңсә, ошо хаҡта ла оноторға ярамай. Иң мөһиме: илем, тип янып торған йәштәр бар – был да ил байлығы. Йәшеме, ҡартымы, Стәрлетамаҡта, Башҡортостандың баш-
ҡа ҡала-райондарында йәшәйме йә-иһә илдең башҡа төбәгендәме – һәр ватандашыма ла иҫәнлек, именлек теләп ҡалам.