Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Июнь 2018, 11:03

ЙӘН ҺӘМ ТӘН ДАУАҺЫ ӨЛӘШЕҮСЕЛӘР

Ҡала мәҙәниәт һарайында Стәрлетамаҡтың иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр.

Һаулыҡ һағында тороусылар көнөнә бағышланған сарала күптәргә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бөгөн ҡаланың 19 медицина учреждениеһында тәүлек әйләнәһенә ятып дауаланыу өсөн 2,5 мең урын булдырылған, унда 45 йүнәлеш буйынса медицина хеҙмәте күрһәтелә. Ҙур дауаханалар нигеҙендә муниципаль-ара медицина үҙәктәре эшләй. Былтыр сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү маҡсатында ҡала халҡының 50 проценты тик-шерелгән. Әлеге ваҡытта медицина учреждениеларында 5,5 мең хеҙмәткәр эшләй.
– Әлбиттә, кадрҙар ҡытлығы ла юҡ түгел, педиатрҙар, тар белгестәр етешмәй, был мәсьәләләрҙе эш барышында хәл итәбеҙ. Шулай ҙа үҫеш дауам итә, биналарға ремонттар яһала, яңы медицина ҡорамалдары һатып алына, – тип әйтеп үтте сара барышында ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ми-хаил Васильевич Григорьев.
Ҡала хакимиәте башлығы һуңғы арала медицина өлкәһендә барлыҡҡа килгән яңылыҡтар менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, балалар дауаханаһының ике корпусында ла ремонт тамамланған. Әйткәндәй, унда ҡала ғына түгел, ә Стәрлетамаҡ медицина округына ингән яҡын-тирәләге ҡала һәм район балалары ла дауалана. «Башҡорт сода компанияһы» ярҙамы менән 3-сө ҡала дауаханаһына күҙ ауырыуҙарына операциялар яһау өсөн юғары технологиялы ҡоролма һатып алынған. Травмпункттағы рентген аппараты беренсе ҡатҡа күсерелгән, 1-се клиник дауаханала гемодиализ үҙәге асылған.
– Медицина өлкәһендә йөрәк ҡушыуынан башҡа эшләп булмайҙыр ул. Һеҙҙең өсөн иң юғары награда – ул һаҡлап алып ҡалынған кеше ғүмерҙәре. Артабан да ҡаланың һаулыҡ һағында лайыҡлы хеҙмәт итеп, уның сифатын юғары кимәлдә тотоуығыҙға ышанам, – тине ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Читайте нас