Волгоград янында була был фажиғә. Баржа менән катамаран бәрелешә. Һөҙөмтәлә катамаран тиҙ рәүештә һыу төбөнә китә. Биш кеше сығып өлгөрә – уларҙы нәҡ килеп төкөгән баржа экипажы ҡотҡарып ҡала һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Әжәлдән ҡотолоп ҡалыусылар бәрелешеүҙең шул тиклем ҡапыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, ә баржа капитанының фекере башҡасараҡ яңғырай: “Катамаранда билдә уттары ике йөҙ метр ҡалғас ҡына тоҡанды, унда ла беҙҙең сигналдарға, туп-тура ут яҡтыртыуға иғтибар итеүсе булманы, күпме генә тырышһаҡ та, бәрелешеүҙән ҡотолоу мөмкин түгел ине”, – тип бел-дергән ул. Судна капитаны шулай уҡ һыуҙан сығарылған кешеләрҙең ныҡ иҫерек булыуы тураһында һөйләгән. Ғөмүмән, катамаранда ял итеүселәрҙең эсеп күңел асҡанлығы хаҡында күп яҙалар. Шул уҡ ваҡытта ҡазаға тарыусыларҙың шә-хестәрен башҡарма власть, ЮХДДИ системаһына ла бәйләйҙәр. Нисек кенә булмаһын, фажиғә тетрәндерә, әлбиттә. Ошо уҡ мәлдә яуаплылыҡ, хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә ҡалҡып сыға. Эйе, яуапһыҙлыҡҡа барып төртөлә күп осраҡта бындай фажиғәләр: бер сәбәп икенсеһенә ялғана, унан өсөнсөһөнә... батып үлһендәрме, тереләй ян-һындармы, шартлаһындармы... Аҡ-са өсөн законһыҙ рәүештә ҡултамға ҡуйылған рөхсәт ҡағыҙынан башлап, шул судна, бина, состав, лайнер, автобус менән идара иткән кешеләргә тиклем. Әлеге катамаран да тик көндөҙ генә йөрөргә тейеш булған бит, пассажирҙар өсөн ял ойоштороу тыйылған, тиҙәр.
Иҫләйһегеҙҙер, бынан ете йыл элек ошо уҡ Волга йылғаһында 122 кеше, шул иҫәптән утыҙға яҡын бала, “Булгария” теплоходы һыу төбөнә китеп, батып үлде. Унда ла экипаждың хатаһы арҡаһында судна бер нисә минут эсендә һыу төбөнә инеп ятты, ел сығып теплоход бер яҡҡа ҡыйшая башлағас, тәүге секундта уҡ унда илле тонна һыу тулған тип әйтәләр. Ҡотҡарыу, ҡотолоу сараһын күреү түгел, бахырҙар эштең нимәлә икәнлеген аңлап та өлгөрмәгәндәрҙер, ә өҫтән, өҫтәүенә, йәшенләп ямғыр ҡойған.
Әлбиттә, ил кимәлендә, бындай фажиғәләр элек-электән булып торған. Мәҫәлән, 1949 йылдың 7 октябрендә Волгала бер юлы 200-ләп кеше һыуҙа батҡан. Тик ил кимәлендә был мәғлүмәт йәшерелеп килгән һәм ҙур фажиғә булған көндәрҙә урындағы гәзит биттәре ауыл хужалығы уңыштары тураһында репортаж биргән. Заман башҡа – заң башҡа, кеше ғүмеренән башҡа ҡиммәттәр өҫтөн ҡуйылған шул. Туңдыра башлаған һыуыҡ көндө Горькийҙан Бор ҡалаһына йылға буйлап пассажирҙар алып китеп барған был пароходты йәнә баржа төрттөрә, тик был юлы баржа экипажы иҫерек була һәм ҡылған ҡылыҡтарын башта аңлап та бөтмәйҙәр. Нисек кенә булмаһын, капитанға ни бары ун йыл төрмә бирәләр, башҡаларҙы бер ус иген өсөн ғүмерлеккә ултыртып ҡуйған заманда... Ҡиммәттән нимә ҡиммәт?!.
Борҙағы фажиғәлә хатта иҫән ҡалыусылар ҙа була, күптәр пароходтан һикерә һалып яҡын ғына торған ярға табан йөҙә башлай, тик көҙгө, үҙәктәргә үтеп инерлек һалҡын һыу уларҙы тереләй туңдыра.
Ил кимәлендә лә, донъяуи күҙлектән сығып һүҙ йөрөткәндә лә кешелек ҙур-ҙур һыу фажиғәләрен урап үтмәй. Әлбиттә, киң билдәле “Титаник” ваҡиғаһы күптәрҙе әле лә шаҡ ҡатыра, шулай ҙа һыуҙа билдәле иң ҙур фажиғә 1945 йылда була. Германияның госпиталь карабы һыу төбөнә киткәндә 9 мең кеше үлгән, тиҙәр.
... Дөрөҫөн әйткәндә, әле яңғыҙың йөҙөп барғанда хәл бөтә йәки тулҡын, ағым һөйрәй башлаһа, башҡа ниндәй генә уйҙар килмәй ҙә, ниндәй генә саралар эҙләй башламайһың. Батып барған кешеләр һаламға ла йәбешергә әҙер, тиме әле? Ә ҙур фажиғәләрҙә меңәрләгән кеше боҙло һыуҙа ҡала, төпкә киткән судна артынан өйөрөлмә өйөрөлә, кешеләрҙе лә аҫҡа тарта... Мәхшәр ҡуба. Фажиғәнең ҙуры-бәләкәйе булмай, ошондай хәлдәрҙән артабан Хоҙай үҙе аралаһын инде.
...Киләһе аҙна башынан көндәр йылыта, ти синоптиктар. Эҫелек ке-шеләрҙе һыу буйына “ҡыуа”. Кораблдә йөҙгәндә генә түгел, ятыуҙа ҡолас ташлап һыу ингәндә лә хәүефһеҙлек, яуаплылыҡ хаҡында онотмайыҡ, йәмәғәт.