Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
19 Июнь 2018, 09:51

Ҡарға бутҡаһы тәмле икән!

Башҡорт халыҡ уйындарын уйнатыу, йыр-бейеүҙәрен өйрәтеү - иң элек телебеҙгә, илебеҙгә, милләтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү ул. Бындай эш ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһында бик уңышлы алып барыла. Күптән түгел 11-се төркөм балалары, мәҫәлән, ата-әсәләре ме-нән берлектә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге йолаларыбыҙҙың береһе, яҙҙы ҡаршылауға арналған «Ҡарға бутҡаһы» байрамы менән танышты.

Күркәм залды, йолаға ярашлы матур итеп биҙәп, тирмә ҡороп, сәңгелдәк элеп, бутҡа бешереү өсөн аҫалы ҡаҙан аҫып, самауыр ҡуйып байрамды асып ебәрҙеләр. Йола буйынса «Ҡарға бутҡаһы»нда күберәк ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡатнашҡан, шуға күрә был байрамда ла башҡорт милли кейемдәре кейгән әсәйҙәр ағинәйҙәр булып сәхнәгә сыҡты. Улар балаларҙы һәм ҡарғатуйға килгән ҡунаҡтарҙы йоланың тарихы менән таныштырҙы, ә инде йола байрамының төп геройҙары-ҡарғаларҙың залға осоп сығыуы, яҙ алып килеүе, башҡортса шиғырҙар уҡыуы һәр кемгә күңелле минуттар бүләк итте. Тәбиғәткә, ҡоштарға бәйле йомаҡтар ҡойолдо, һынамыштар, мәҡәлдәр әйтелде, йырҙар йырлап, бейеүҙәр бейелде. Әсәйҙәр менән балаларҙың башҡорт милли уйындары: тоҡ кейеп ярышыу, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ҡабып йүгереү, арҡан тартышыу, «Йәшерәм яулыҡ»уйынын уйнауы барыһының да күңеленә хуш килде. Йола буйынса, байрамда ҡатнашыусылар залдағы матур ағасты биҙәп, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәйләне. Был ваҡытта бар яҡты теләктәр, изге хыялдар тормошҡа ашасаҡ тип, тәбиғәткә, ҡоштарға рәхмәт әйттеләр.
«Ҡарға бутҡаһы»нда, ғәҙәттә, уңдырышлыҡты кәүҙәләндергән арпа, бойҙай, тары ярмаларынан бутҡа бешерелгән. Ҡарғатуйға килеүселәрҙең уйнап-көлөп арып туҡтауҙарына ҡаҙанда тәмле бутҡа ла өлгөрҙө. Бындай танһыҡ, телде йоторлоҡ ризыҡты кескәйҙәр ҙә, инәйҙәр ҙә маҡтай-маҡтай ауыҙ итте. Аштан һуң, әлбиттә, ҡоштар һыйлау йолаһы үткәрелде: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төптәренә һалып сыҡтылар, уңдырышлыҡ һорап теләктәр әйтеп, малайҙар ҡарғалар булып ҡысҡырҙы. Бына шундай күңелле, мауыҡтырғыс, фәһемле булды 62-се балалар баҡсаһында ойошторолған «Ҡарға бутҡаһы» байрамы.
Читайте нас