Робот тигәс тә, әлбиттә, улар көнө буйы компьютерға текәлеп ултыра йәки деталдәр йыя тигәнде генә аңлатмай. Кинәнеп уйнап та ала малай-ҡыҙҙар, ҡаланың мәҙәни мөхите менән дә таныша.
– Балалар бер ай шөғөлләнә, марттан уҡ заявкалар ҡабул итә башланыҡ. Ҡаланың төрлө мәктәптәренән йөрөйҙәр, ә ике малай Өфөнән килде, – тип таныштыра лагерь менән технопарк етәксеһе Вера Анохина.
Лагерға, әлбиттә, етәксеһе әйтмешләй, техника тип күҙҙәре янып торған балалар йыйылған. Үҫкәс, һәммәһе лә робот яһаусы булмаҫ. Уның ҡарауы, мәҫәлән, хәҙер ҡайһы бер автомобилдәрҙә Гагариндың Йыһанға осҡан корабленә ҡарағанда ла күберәк электроника булыуын иҫәпкә алғанда, бындай лагерҙарҙың әһәмиәте ҙур. Һәр хәлдә, ҙур асыштар нәҡ ошондай мауығыуҙарҙан башлана түгелме ни?!
Һеҙ һүрәттә күргән Искәндәр Сабитов, Артем Дидур, Никита Иванов киләсәктә, бәлки, исемдәре донъяға билдәле инженерҙар булып китерҙәр. Һәр хәлдә, уларҙың бөгөнгөһө ошо хаҡта һөйләй. Ниндәй робот яһайҙарҙыр, әммә запчастарҙы... касса аппаратынан малайҙар оҫта итеп һүтә белә. Касса аппараты хәҙер үҙ вазифаһын үтәй алмаҫ инде, уның ҡарауы, ана нисек ҡыуана өс дуҫ: үҙҙәренең тәүге роботтары йөрөп китте бит!