Әйткәндәй, йәштәр менән тулы троллейбус Ленин проспектындағы 3-сө китапхана янынан ҡуҙғалды, әйтерһең дә, алған белем багажы менән студенттар киләсәккә юл тоторға әҙерләнә. Рәсәйҙә йәштәргә арналған иң тәүге троллейбус ҡуҙғаласаҡ урынға йыйылыусылар, үтеп барыусылар иң элек уның үҙенсәлекле тышҡы биҙәлешенә иғ-тибар итте.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәй-хетдинов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ фи-лиалы директор урынбаҫары Игорь Сыров һәм сығарылыш студенты Алексей Кургузов тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫмаларҙы ҡырҡҡандан һуң, йәштәр троллейбус эсенә урғылды. Ә унда үҙе бер донъя! Шпаргалкаларҙан алып билдәле ғалимдарҙың фотоһүрәттәренә тиклем нимә генә эленмәгән! Уларҙың аҡыллы фекерҙәрен уҡый-уҡый киләһе туҡталышҡа килеп еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың! Ә интернет киңлектәрендә гиҙеүселәр өсөн бәйләнештә селтәрендә vk.com/studtrolleybus чат-бот бар, унда ла аралашыу ойошторолған.
Троллейбус идаралығы директоры Александр Матвеев һүҙҙәренсә, тематик троллейбус булдырыу – ул төп сараларға башланғыс ҡына, артабан был экологик таҙа транспортта йәштәр өсөн төрлө акциялар, байрамдар ойоштороласаҡ.
Дипломдар – ҡулда, троллейбус ҡуҙғалды... Һәр кем үҙ хыялына сумған. Был тормошта нисек итеп үҙ урыныңды табырға, ҡайҙа эшкә урынлашырға, ҡалала төпләнергәме, ауылға ҡайтырғамы?.. Ниҙәр тураһында уйлай икән йәштәр? Ә шулай ҙа ситкә таралышмай, троллейбуслы ҡалабыҙҙа ҡалып, уның киләсәген бергәләп төҙөһәләр ҡайһылай яҡшы булыр ине.