Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
22 Июня 2018, 09:30

Ураҙаларыбыҙ дауамлы булһын!

Бына күңелдәрҙе нурландырыр, имандарҙы нығытыр Рамаҙан айы ла үтеп китте. Уның артынан шәүүәл айы башланды. Мәғлүм булыуынса, мөьмин мосолманға рамаҙан ураҙаһынан тыш шәүүәл айында ла алты көн ураҙа тотоу фарыз. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә шәүүәл ураҙаһын тотоусылар өсөн дә ифтар ашы ойошторола. Шуныһы һөйөнөслө, йәше лә, ҡарты ла был матур йоланан ситтә ҡалмай.

Ҡаранай Моратов урамында төҙөлөп ятҡан мәсет ҡаласығында уҙған Ғәйет байрамы тураһында ла айырып әйтеп үтке килә. Юғары кимәлдә йыһазландырылған ғибәҙәтханала йәнеңә ял алып ҡайтаһың. Үҫмерҙәр һәм балалар ҡатнашлығындағы һабантуй айырыуса йәнле үтә. Ғәйет байрамына килгән һәр кем өсөн бушлай күрһәтелгән һый-хөрмәт, тәмле-тәмле былауҙар... Бында һәр кем үҙен ожмах-та йөрөгәндәй хис итә. Эйе, был ысынлап та шулай. Көнсығыш стилендә биҙәлгән “ожмах ҡапҡалары”, күҙҙең яуын алып торған сәскә түтәлдәре, килгән бер кешене сәләмләп торған ҡырғауылдар (фазандар), япон тауыҡтары һәм тағы ла әллә ниндәй матур-матур ҡоштар... Көнө буйы һоҡланып ҡарап йөрөп тә танһығың ҡанмаҫлыҡ хозурлыҡ!.. Бынан егерме йылдар элек Стәрлетамаҡта шундай ғибәҙәтхана булыуы тураһында төштәребеҙгә лә инмәй ине бит! Мең-мең рәхмәттәр яуһын ошо тиклем ҙур майҙанда иҫ китерлек ҙур төҙөлөш алып барған шәхестәргә, халыҡты иманға, тәҡүәлеккә әйҙәүсе имамдарыбыҙға, хәҙрәттәребеҙгә! Рамаҙан айында ғына түгел, башҡа айҙарҙа ла ураҙаларыбыҙ дауамлы булһын! Халыҡ дәррәү иманға килһен әйҙә! Иншалла, халҡыбыҙ иманлы булһа, илебеҙ имен булыр.
Читайте нас