Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Июнь 2018, 10:39

Эҫе ҡабыуҙан һаҡланығыҙ!

Ниһайәт, эҫе көндәр башланды. Бындай һауа торошо, тәү сиратта, башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай.

Эҫе ҡабыуҙың билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, лайлалы тиресәләр ҡорой, ныҡ һыуһата, хатта аңды юғалтырға мөмкин. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, тәнде һыуытырға: күләгәлә ултырырға, аҡрын ғына күп итеп һыу эсергә кәрәк.
Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғанда, йәғни көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем бина эсендә ҡалыу хәйерле. Тәү сиратта, физик әүҙемлекте кәметергә кәрәк. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш ителә.
Кейем һайлағанда еңел һәм тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирегеҙ, баш кейемдәренән баш тартмағыҙ. Эҫе көндәрҙә майлы һәм ауыр, шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы рациондан алырға кәңәш итәм. Күберәк йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Шулай уҡ һауаны вентиляторҙар һәм кондиционерҙар ярҙамында һыуытыу зарур. Улар менән бик һаҡ файҙаланығыҙ, һыуыҡ һауа ағымы кешегә өрмәҫкә тейеш, сөнки сирләп китергә мөмкин.
Читайте нас