Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Яңылыҡтар
29 Июня 2018, 10:20

Немецтар менән бәйләнеш нығый

«Mikromat» компанияһы станоктарын Рәсәйҙә әүҙем ҡулланалар, шул иҫәптән Стәрлетамаҡта ла. Ҡорамалдарҙы ғына түгел, уларҙы етештереүселәрҙе лә күрергә насип булды. Германиянан ҡалабыҙға бер төркөм сәнәғәтселәр килде.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған был осрашыуҙа Саксония вәкилдәре «Евротехмаш» ғилми-етештереү предприятиеһының эшмәкәрлеге, уның продукциялары менән танышты. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Стәрлетамаҡтың үҫеше хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һөйләне.
– Стәрлетамаҡ – ҙур сәнәғәт ҡалаһы, был өлкәнең артабан да камиллашыуында хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ, – тип белдерҙе Владимир Иванович.
Инновацион технологиялар, экология мәсьәләләре күтәрелгән “тү-ңәрәк өҫтәл”дә эшлекле фекер алышыу күҙәтелде.
– Беҙҙең продукция Рәсәйҙә киң билдәле, бөгөн иһә һеҙҙең сәнәғәт берәмектәрендә булып, үҫешегеҙҙе күҙәттек һәм киләсәктә уртаҡ проекттар булыр, – тигән өмөттә ҡалды Саксонияның иҡтисадҡа булышлыҡ итеү департаменты вәкиле Манфред Либль.
Ҡунаҡтар үҙҙәренең сығышта-рында төрлө деталдәр, эш ҡоралдарының корпустары, һауаға осоролған газды мониторлау алымдары хаҡында ла бәйән итте.
Нисек кенә булмаһын, ике илдең сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге Стәрлетамаҡ өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, тигән һығытмаға килде “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар, сөнки әлегә байтаҡ ҡорамалдар сит илдән ҡайтарыла.
Читайте нас