– Балалар бик әүҙемдәр, улар йырларға ла, бейергә лә оҫта. Ҡайһы берәүҙәре уҡыу ваҡытында үҙҙәрен күрһәтә алмаған булһа, лагерҙа үҙҙәренең һөнәрҙәрен, һәләттәрен тулыһынса аса. Шулай уҡ дәрестәр ваҡытында уҡыусылар күпселек рус телендә һөйләшһә, бында уларға үҙ телендә күберәк аралашырға мөмкинлек бар. Мәктәп биләмәһендә генә түгел, ҡала буйынса үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Туризм үҙәге ойошторған ярыштарҙа, балалар һабантуйында, китапханаларҙа үткән сараларҙа ҡатнашабыҙ, театрға ла, кино ҡарарға ла йөрөйбөҙ, – тип һөйләй лагерҙың кураторы Зөлфиә Абуталип ҡыҙы бындағы эштәр менән таныштырып.
Үҙебеҙ ҙә лагерҙағы ҙур сараға эләктек. Бында “Йәйләү”ҙең “батыр егет”ен һәм “һылыу ҡыҙ”ын һайлап алыуға арналған бәйге бара ине. Уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырып, һәләттәрен дә күрһәтте. Ғөмүмән, сара дәртле үтте, улар һүрәт тә төшөрҙө, ҡурайҙа ла уйнаны, йырлап-бейеп тә алды.
Лагерға күренекле ҡунаҡ-тарҙың килеүе лә ғәҙәти күренеш. Былтыр, мәҫәлән, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙың тарихы һәм унда уйнау серҙәренә өйрәтһә, быйыл Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар ҡурай һәм бейеү асылына төшөндөрә.
Балаларҙы лагерҙа шиғыр һөйләр-гә өйрәтәләр, яңы йырҙар менән таныштыралар. Мәҫәлән, Мәскәүҙән йәй-гелеккә өләсәһенә килгән Әбшәрипов Камил «Йәйләү»гә тик русса ғына белеп килһә, смена аҙағына башҡорт йырҙарын өйрәнеп, өйөнә ҡайтҡас, көйләп йөрөргә әүәҫ. Һүҙ оҫталығына өйрәткәндә рес-публиканың һәм ҡаланың билдәле шағирҙарына һәм яҙыусыларына мөрәжәғәт итеү ҙә яҡшы йолаға әүерелде. Мәҫәлән, күптән түгел уҡыусылар Рәмзәнә Абу-талипова менән йәнле ара-лашыуҙа ҡатнашты.
“Йәйләү”ҙә уҡыусыларҙы һүҙ менән генә түгел, уҡ менән дә сәпкә төҙ атырға әйҙәүселәр бар. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Ай-нур Үтәев балаларға ата-бабаларыбыҙҙың хәрби ҡора-лына ла ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ дәрестәр бирә. Балалар уҡсылар рәтенә баҫырға теләп, ҡоралдың тарихын, уның яһау ысулдарын өйрәнеп, үҙҙәрен хатта «Төньяҡ амурҙары»лай хис итә.
Республикала «Йәйләү» балалар ла-геры 19 йыл рәттән ойошторолоп килә. Һуңы осорҙа район, ауыл мәктәптәренең генә түгел, ҡала мәктәптәренең дә был хәрәкәткә ҡушылып китеүе – ыңғай күренештәрҙең береһе. Ә ҡалабыҙҙа Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла бындай лагерь икенсе йыл ғына эшләһә лә, педагогтар һәм тәрбиәселәрҙең эш һөҙөмтәһен әле үк күрергә була. Шундай уңыштарҙың береһе – иң ҡыуандарғаны – балаларҙың иртә менән лагерға теләп килеүе. Бөгөнгө көндә 80-гә яҡын бала лагерҙың бер көнөн дә ҡалдырмай йөрөй. Ул ғына ла түгел, икенсе смена булһа, тағы ла йөрөргә риза кескәйҙәр.