Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Июнь 2018, 10:21

САЯ ҠЫҘ

Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, уларҙың төрлө өлкәне берҙәй яулауҙарына ла хайран ҡалырлыҡ. Гәзит битенән һеҙгә йылмайып баҡҡан Эльвира ӘСФӘНДИӘРОВА ла үҙендә бер нисә һөнәрҙе туплаған, иңенә әллә күпме бурыс йөкмәгән. Үҙе әйтмешләй, ул тормош йәмен һәм тәмен нәҡ орсоҡ кеүек әйләнеп йөрөп, мең мәшәҡәтте башҡарыуҙа, һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙа таба. Шуныһы бигерәк тә үҙенсәлекле: Эльвираның бер эше етди бурыс атҡарған учреждениела булһа, икенсе шөғөлө – күңел асыу, ял итеү өлкәһендә.

Атап әйткәндә, ул холоҡ төҙәтеү колонияларында иркенән мәхрүм ител-гәндәрҙе биологиянан уҡыта. Әлбиттә, төрмә булғас, енәйәтселәрҙең дә төрлөһө бар, дөрөҫөрәге, кемдер тауыҡ урлап ултырһа, кемдер баш китерлек енәйәттәр ҡылып эләккән бында. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, был йәш ҡатындың рухи ныҡлығына һоҡланырға ғына ҡала.
Эльвираның был һөнәргә килеүе үҙе үк ҡыҙыҡлы. Башта ул Салауат педагогия колледжында коррекцион педагогика өлкәһендә белем алһа, Стәрлетамаҡҡа килгәс, уҡыуын инде вузда тарих буйынса дауам итә. Әммә бер мәл гуманитар ҡыҙ теүәл фәндәрҙе үҙләштерергә тотона. Ғөмүмән, алға китеп әйткәндә, Эльвира тормошон ҡырҡа бороп ебәрергә бер ҡасан да аптырап тормай.
Эльвира Әсфәндиәрованың икенсе шөғөлө кешеләрҙе йырлатып, бейетеүгә ҡайтып ҡала. Ул туйҙар-юбилейҙарҙа тамада булып эшләй. Был һөнәре лә уның ҡыҙыҡлы, осраҡлы йәки көтмәгәндә килеп сыға. Атаһына оҡшап, телгә оҫта, һүҙгә маһир, баянда уйнарға әүәҫ ҡыҙ мәк-тәптә уҡығанда КВН, “көҙгө балдарҙан” ситтә ҡалмай. Сценарий авторы ла, алып барыусыһы ла, йырлаусыһы ла – үҙе. Шулай ҙа уҡытыусы булыу хыялына тоғро ҡала ҡыҙ. Колледж тамамлағас үҙе етеҙ, үҙе алсаҡ ҡыҙға сығарылыш кисәһен ышанып тапшырып ҡуялар. Кисә шул тиклем оҡшай уҡытыусыларға, хатта саҡырып, үҙҙәренең юбилейҙарын алып барырға үтенә башлайҙар. Ана шулай “боҙоҡ телефон” ярҙамында тарала тамада Эльвира Әсфәндиәрова даны. Хәҙер инде уның туй үткәреүен теләһәң, ярты йыл алдан яҙылырға тура килә…
Сая ҡыҙ быйыл тағы ла бер күптәнге хыялын тормошҡа ашыра: парашюттан һикерә!
Ә шулай ҙа барыһынан бигерәк Эльвира Әсфәндиәрованың артабанғы уңыштары, хыялдары ҡиммәт: ҡасандыр ул ғаилә, үҙ балалары булыуы тураһында хыяллана ғына ала, сөнки күреү һәләте бик насарайып китә һәм операциянан һуң табиптар бала тапҡанда бөтөнләй һуҡырайыу ҡурҡынысын еткерә. Бына бит, Аллаға шөкөр, был йәһәттән дә еңеүсе Эльвира: Рөстәме менән Айҙар һәм Азалина исемле шап-шаҡтай малай-ҡыҙ табып, үҫтерәләр.
– Барлыҡ шөғөлдәрем, эштәрем – ғаиләм, балаларым хаҡына, – ти ул.
Читайте нас