Теш буйынса килеп, эш буйынса ла файҙа алдым әле. Ошо клиниканың ойоштороусы-хужаһы Ирәндек Заһит улы Бирҙеғоловтан, пациенттар өсөн бында булдырылған уңайлыҡтарҙың серенә төшөнмәк булып, үҙемде ҡыҙыҡ-һындырған бөтә һорауҙарға ла яуап алдым, буғай.
Клиниканың төп хужаһы Үлмәкән Камари ҡыҙы Каппанова икән. Ә Бирҙеғоловтар, бинаны арендаға алып, үҙ эштәрен асып ебәргән. Бында пациенттарға теш дауалау, протездар яһау, ультратулҡын ярҙамында тештәрҙе таҙартыу, ағартыу һымаҡ хеҙмәттәр күрһәтелә. Барыһы ла заманса ҡорамалдарҙа башҡарыла. Бары тик 8 986 703-24-34 телефоны буйынса алдан яҙылырға ғына кәрәк. Быны администратор Светлана Ирәндек ҡыҙы башҡара. Әйткәндәй, ул да атаһы юлынан китеп, Өфө медицина институтын тамамлаған. Дауалаған арала мине алтай үҫемлектәре ҡатнашмаһынан әҙерләнгән тәмле сәй менән һыйланылар. Баҡтиһәң, Ирәндек Заһит улының ҡатыны Әлфиә Әмир ҡыҙы Рәсәйҙә сыҡҡан «Фиторайз« маркетинг селтәре менән хеҙмәттәшлек итә. Ошонда уҡ клиенттарға теш пасталары, күҙгә һала торған шыйыҡсалар, төрлө сирҙәрҙән дауалай торған үлән сәйҙәре, кремдар тәҡдим ителә. Сәй эскән арала был матур парҙың нисек итеп танышыуҙары менән ҡыҙыҡһындым. Улар икеһе лә бер ауылда тыуып үҫеп, бер класта уҡығандар икән. Ирәндек Өфө медучилищеһында уҡып йөрөгәндә Әлфиәләр Өфөгә күсеп килә. Ирәндеккә буласаҡ ҡәйнәләрендә фатирҙа ла торорға тура килгән хатта. Әйткәндәй, улар Әлфиә менән икеһе лә ишле ғаиләнән. Үҙҙәре лә ике ҡыҙ үҫтереп, бәхетле өләсәй-олатай булырға ла өлгөргән. Кесе ҡыҙҙары Әлиә Ырымбур мединститутында уҡып йөрөй. Уларҙың шундай матур, бәрәкәтле тормошта йәшәүе – нәҡ егәрле, эшһөйәр булыуҙары һөҙөмтәһелер, моғайын.
Бына шулай һәр көндөң ҡәҙерен белеп, тырышлыҡтары менән бәхеттәрен бөтәйтеп йәшәй бар яҡлап уңған, киң күңелле Бирҙеғоловтар ғаиләһе.