Стәрлетамаҡ ҙур ҡала түгел, ҡаланың бер яҡ осонан икенсе яғына тиклем 15 минут тирәһе ваҡыт эсендә барып етергә була. Шулай ҙа көн дә тиерлек йөрөгән урындарҙа ла ҡурҡыныс: юл-транспорт бәрелештәре осрап тора, техниканың зыян күреүе генә түгел, һәләк булыусылар тураһында ла хәбәрҙәр килә. Төп сәбәптәре үҙгәрешһеҙ ҡала: тиҙлекте арттырыу, юл сатында хәрәкәт итеү ҡағиҙәләрен боҙоу һәм иҫерек килеш руль артына ултырыу. Быны Стәрлетамаҡ урамдарындағы хәрәкәт тәртибе булдырыусы өлкән лейтенант Марат Даянов менән лейтенант Павел Иванов та дәлилләп тора. Егеттәрҙең һүҙҙәренсә, ҡала урамдарында хәрәкәт тыныс, шулай ҙа бөтә кеше лә бер үк түгел, яңы ғына руль артына ултырғандар, ҡыҙыу йөрөгәндәр йә ашығып барыусылар ҙа осрап тора. Марат Фәрит улыныңтәжрибәһе етерлек, ун йыл Стәрлетамаҡ районында, әле дүрт йыл тирәһе ҡалала эшләп өлгөргән.
– Сағыштырып әйткәндә, районда машиналар һаны күп түгел, ә ҡалала хәрәкәт тығыҙыраҡ, шуға ла үҙ үҙен-сәлектәре, ҡатмарлыҡтары бар. Ҡайҙа йөрөһәң дә ҡағиҙәләргә иғтибарлы булып, ашыҡмай йөрөгән осраҡта авариялар килеп сыҡмай. Шулай ҙа ҡыҙғаныс мәлдәр бар, мәҫәлән, быйыл ВАЗ-21099 машинаһында водитель танытмаһы булмаған йәш егеттең электр бағанаһына төкәлеп, һәләк булыуы хәтерҙә уйылып ҡалды. Машинаһы икегә бүленеп, танымаҫлыҡ рәүештә ине. Штрафтар артыуы тураһында һәр кем белә, шулай ҙа иҫерек килеш руль артына ултырыусыларҙы йыш тотабыҙ, күбеһе кис ваҡыты булһа, көндөҙ ҙә осрап торалар, араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Үҙҙәре генә түгел, башҡа кешеләрҙе лә хәүеф аҫтында ҡалдырыуҙары ҡурҡыныс, – тине Марат Даянов.
Павел Иванов иһә руль артына ултырыусыларҙы бер-береһенә ихти-рамлы булырға саҡырҙы:
– Юлдағыларға башҡа хәрәкәт итеүселәргә, шулай уҡ йәйәүлеләргә юл биреп, ихтирамлы йөрөүҙәрен теләр инем. Тағы ла шуны онотмаһындар, ҡалала Өфө тракты, Пантелькин һәм Ильич урамдары, Имай Насыри урамы һәм Октябрь проспекты киҫелештәрендә юл-транспорт бәрелештәре йыш осрап тора, унда һаҡ булырға кәрәк.
Ысынлап та, юлдарҙа фото, видео камералар ҡуйылһа ла инспекторҙарһыҙ тәртип урынлаштырыуы мөмкин түгелдер. Юлда ватылып ултырһаң, йә юл таба алмаһаң да – инспекторҙар ярҙам ҡулы һуҙыр, өйрәтеп ебәрер. Иң мөһиме: юлдағыларға үҙҙәренә лә документта-рын тәртиптә тотоп, ҡағиҙаләрҙе боҙмай йөрөргә ҡала, шул осраҡта инспекторҙар «Хәйерле юл» тиер. Беҙ ҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләйек.