Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Июль 2018, 10:44

Стратегик бурысыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала

2018 йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлауы үтәсәк. Ошо айҡанлы БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр ВӘЛИЕВтың республика киң мәғлүмәт сараларына биргән интервьюһынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат инә. Тауыш биреү көнөнә 21 йәшкә еткән һәм пассив һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы республика парламенты депутаты итеп һайлана ала. Депутаттарҙың яртыһы мажоритар сағыштырма күпселек системаһы нигеҙендә бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана – еңеүсе кандидат, башҡалар менән сағыштырғанда, иң күп тауыш йыйырға тейеш. Ҡалған 55 депутат партия исемлектәре өсөн бирелгән тауыш һанына пропорциональ берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Ниндәй ҙә булһа партия тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш биргәндә һайлаусы ошо партия өсөн тауышын бирә. Һайлау йомғаҡтары буйынса мандаттарҙы бүлеүгә килгәндә, уның нигеҙен түбәндәге принцип тәшкил итә – тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар тауышының биш һәм унан күберәк процентын алған партия исемлектәре генә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта бындай партия исемлектәре кәмендә икәү булырға һәм тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар тауышының 50 проценттан ашыуы уларға тура килергә тейеш.
Һайлау кампанияһы бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Ошо этаптарҙың һәр береһендә сәйәси партиялар, кандидаттар һәм һайлау комиссиялары һайлауҙы уңышлы үткәреү өсөн ҡануниәттә билдәләнгән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлектәрен күр-һәтеүгә бәйле конференциялар, йыйылыштар менән башланасаҡ. Һайлау кампанияһының был этабы 30 көн дауам итә һәм кандидаттарҙың партия исемлектәрен республика Үҙәк һайлау комиссияһына раҫлауға тәҡдим итеү менән тамамлана. Бер мандатлы округтарҙа үҙ-үҙен күрһәткән һәм партияларҙан кандидаттар өсөн дә ҡануниәттә ошо тиклем үк ваҡыт бүленә.
Ҡануниәткә ярашлы, айырым партиялар ҡултамғалар йыйыуҙан азат ителә, уларҙың исемлеге республика Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған. Тәү сиратта ундайҙарға бөгөн Дәүләт Думаһындағы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы партиялар, бынан тыш, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына күптән түгел үткән һайлау һөҙөмтәһе буйынса кандидаттар исемлеге Башҡортостан Республикаһының кәмендә бер муниципаль берәмегендә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнашҡан партиялар инә. Бындай партиялар үҙ кандидатын бер мандатлы һайлау округы буйынса ла ҡултамғалар йыймайынса тәҡдим итә ала. Исемлектәр раҫланғандан һуң улар һайлау алды агитацияһы үткәреүгә иғтибарын йүнәлтә ала.
Ҡалған партияларға закон үҙ кандидаттарын һәм партия исем-леген хуплап һайлаусыларҙың ҡул-тамғаларын йыйыу бурысын йөкмәтә. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарға ла ҡануниәт ошондай уҡ талап ҡуя.
Стратегик бурысыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Һайлау тулыһынса ҡануниәткә һәм демократия принциптарына ярашлы үтергә, уның һөҙөмтәһенә ҡарата шик тыумаҫҡа тейеш. Башҡа бурыстарға килгәндә, легитим һайлауҙың төп шарттарының береһе – һайлау комиссиялары ағзаларын әҙерләү сифаты һәм уларҙың профессионаллеге. Быға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ һәм бөгөн уларҙы уҡытыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ.
Июндә округ комиссиялары ағзалары өсөн тәүге семинарҙар ойошторолдо. Шулай уҡ бөтә кимәл-дәге комиссиялар граждандарға һайлау тураһында мәғлүмәт еткереү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалыр, граждандар иһә 2018 йылдың 9 сентябрендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итер тигән ниәттәбеҙ.
Читайте нас