Миәкә районы Илсеғол ауылы егете Ринат Ниғмәтуллин бала саҡтан гармунда уйнап үҫә. Ә инде егет ҡорона инә башлау менән ауылдағы һәр байрам сараһының уртаһында ул була. Ауылдарындағы бер туй ҙа, юбилей ҙа, һабантуй ҙа унан башҡа үтмәй.
Оҫта гармунсы булыу менән бергә, үҙе лә таҡмаҡтар сығарып, уйын-көлкө менән барыһын да ауыҙына ҡарата йор һүҙле, тәүәккәл егет. Хыялына, алға ҡуйған маҡсатына табан туп-тура юл яра: ҙур сәхнәлә сығыш яһау теләге менән янып йәшәй.
Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡҡа мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Ил алдында хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Ринат яңынан Стәрлетамаҡҡа әйләнеп ҡайтып, училищела уҡыуын тамамлап ҡуя.
1985 йылда Ринат Ниғмәтуллин Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайында “Юлдар” ансамблен ойоштора. Йәштәр өсөн “Башҡорт ҡунаҡханаһы” тип аталған ял кисәһе, “Ҡумыҙ” фольклор коллективы эшен гөрләтеп ебәрә. Тынғыһыҙ етәксе, ойоштороусы үҙе лә йырҙар яҙа, башҡарыусы ла үҙе була. Бына шулай итеп, “Юлдар” ансамбле халыҡ һөйөүен яулаған популяр коллективҡа әйләнә. Ринат Иршат улы унда йәш таланттар туплай, уларҙың һәр ҡайһыһының һәләтен үҫтереү өсөн барыһын да эшләй.
1989 йылда “Куйбышевский железнодорожник” гәзитендә (13 июль һанында) уның яҡын дуҫы, теләктәше, рухташы Вил Ғүмәров былай тип яҙып сығара: “...Өфө телевидениеһында әй-теүҙәренсә, “Юлдар” ансамбле хәҙер Стәрлетамаҡта ғына түгел, республикала башҡорт-татар йәш-тәренең иң яратҡан ансамбленә әйләнде...”
Күп музыканттар, бейеүселәр, йырсылар, нәфис һүҙ оҫталары һәм башҡа артистарҙың шишмә башы Ринат Иршат улының ижади оҫтаханаһына ҡайтып ҡала. Рәмзиә Ибәтуллина, Гөлнара Хәсәнова, Рәшиҙә Үтәкәева, Светлана Ахунова, Илдар Нәҙершин, Миңнеғәли Хөснөтдинов, Марат Зәйнетдинов, Флүр Ғималетдинов, Батыр Исламов, Инсаф Камалов, Лилиә Дильманова, Вилсур Хәлимов, Ильяс Йосопов һ.б. Уларҙың күбеһе өсөн “Юлдар” – старт алыу майҙансығы булды. Мәҫәлән, Ринат Иршат улы мәктәбендә ҡанат нығытҡан Марат Зәйнетдинов, Миңнеғәли Хөснөтдинов, Рәмил Ғимрани һәм Лилиә Дильмановалар үҙҙәре төркөм ойошторҙо.
Ҡала һәм республика күләмендә уҙғарылған бик күп конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған “Юлдар” во-каль-инструменталь ансамбленең эше юға-ры баһаланып, Халыҡ коллективы исеме бирелә. Ҡайҙарҙа ғына сығыш яһамай улар. Ырымбур, Силәбе, Томск, Төмән өлкәләре, Краснояр крайы. Татарстан, Үзбәкстан, Тай-мыр ярымутрауында... һәм Германияла.
Үҙенең бар ғүмерен Ринат Иршат улы сәнғәткә бағышланы һәм яратҡан тамашасыһына тоғро ҡалды. Иҫән булһа, әле уға 60 йәш булыр ине. Тамашасы күңелендә, Стәрлетамаҡтың мәҙәни тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған булдыҡлы етәксе, оҫта ойоштороусы Ринат Ниғмәтуллиндың яҡты рухы халыҡ күңелендә мәңге һаҡланыр.
Ринат Ниғмәтуллинды юҡһынып, дуҫтары, ғаиләһе һәм яҡындары.