Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Июль 2018, 11:20

Миәкәлә бөрөләнгән мөхәббәт

Урам тултырып Миләүшә менән Рәдиф ҒИРФАНОВТАРҙың ишле ғаиләһе атлап килә. Алдан 4 йәшлек Асҡар менән 1-се класс уҡыусыһы Арыҫлан төшөп алған. Өлгөр апайҙары Гөлназ тәртип ойоштороп тормаһа, был шуҡ малайҙар күптән сығып сабырҙар ине инде. Атай-әсәйгә балаларының артынан өлгөрөп кенә бараһы.

Стәрлетамаҡ урамдарының ғына түгел, Миәкә районы Әбеш ауылының да биҙәге был ғаилә. Ҡасандыр йәш белгестәр тап ошо ауылда ҡауышып йәшәй башлай.
– Өфө педагогия колледжын тамамлап, Миәкә районының мәғариф бүлегенә эш һорап барғайным, шунда Рәдиф менән танышып, һөйләшеп киттек. Яҙмыш ҡушыуылыр, миңә Әбештә хеҙмәт урыны тәҡдим иттеләр, был Рәдифтең тыуған ауылы булып сыҡты, – тип иҫләй Миләүшә Ғирфанова мөхәббәте менән осрашыуын.
Баҡтиһәң, егет тә яңы ғына Стәр-летамаҡта физик культура техникумын тамамлап, үҙ районына хеҙмәт итергә ҡайтҡан була. Ана бит, нисек үҙенсәлекле башлана мөхәббәт тарихы!
Яйлап йәш уҡытыусыларҙың эштәре лә, ғаиләләре лә ишәйә бара, бәлки тормош артабан да шулай ауылда дауам итер ине лә, тик бер мәл урындағы мәктәп ябылып ҡуя. Ғаилә Стәрлетамаҡта төпләнергә ҡарар итә һәм яңылышмай. Ҡалала ла матур итеп йәшәп китә улар. Әлеге мәлдә Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы – Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә Рәдиф Ғәбдрәхим улы ҙур ғаиләне етешлектә йәшәтер өсөн Себер тарафтарында нефтсе булып эшләй.
...Матур парҙың бергә ғүмер кисе-реүҙәренә егерме йыл була тип әйтерлек тә түгел. Бының сере нимәлә һуң?
– Бер-береңә ышаныслы булыуҙа, – тип яуаплай әлеге һорауға Ғирфановтар.
Ата-әсәләренә оҡшап, балалары ла көслө рухлы, ныҡлы булып үҫә. Мәҫәлән, малайҙар атаһы кеүек спортты ярата. Йәй булһа, футбол тибәләр, ҡышын саңғы, сана шыуырға сығып китәләр. Арыҫлан менән Асҡарҙың киләсәктә аталарына терәк булырына, тоҡомдарын лайыҡлы дауам итеренә шик юҡ.
Был ғаиләлә тәрбиә һәр күренештә сағыла. Бигерәк тә берҙәмлектәре иғ-тибарға лайыҡ. Өйҙә лә бергә, кәрәк икән, күмәкләп ял итергә сығып китәләр... Ҡайҙа ғына булмағандар. Күптән түгел, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып, Белорет, Бөрйән райондарында ла ял итеп ҡайтҡандар. Бөрйән яғына юл тотоу осраҡлы түгел икән, унда быйыл «Урал Батыр» эпосын яттан һөйләү республика конкурсы үтте. Гөлназ Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары командаһы составында 3-сө урынға лайыҡ булған. Шулай, балалары ҡайҙа бара, ҡайһы сарала ҡатнаша, арттарынан ҡыуып етеп, уларҙың еңеүҙәре менән уртаҡлаша Ғирфановтар. Артабан да балаларының ҡыуаныстарын ғына бүлешеп йәшәргә яҙһын уларға. Ә Стәрлетамаҡ урамдары буйлап күберәк ишле лә, бәхетле лә ғаиләләр атлаһын.
Читайте нас