– Иң күп ҡорбандар һаны июль айына тура килә. Миҫал өсөн, быйыл июлдең беренсе көнөндә үк 6 кеше һыуға батты.
Йәйгеһен транспорт саралары һыуға батҡан осраҡтар була. Үткән йыл Хәйбулла районында өс кеше еңел машинаһы менән бергә Таналыҡ йылғаһына батты. Шулай уҡ йыл башынан алып 4 балыҡсы һыу ҡорбандары булды. Шулар араһында Краснокама районынан ун йәшлек малай бар. Һыу инеү миҙгелендә күбеһенсә Ағиҙел, Дим һәм Ыҡ йылғаларында баталар. Быйыл Ағиҙел йылғаһында 6 кешенең ғүмере өҙөлдө, – тигән статистика килтерә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Бигерәк тә балаларҙың үлеме һағайта – 9 йәшлек малайҙың батыуы хаҡында ишетеп тә өлгөрмәнек, шишәмбе көндө Өфөлә йәнә 6 йәшлек бала тонсоҡто. Ә ир-атҡа килгәндә, бәхетһеҙ осраҡ үҙебеҙҙең Ашҡаҙар йылғаһында теркәлде: 3 июлдә 33 йәшлек ир батып үлде.
Шуға күрә, ял итергә йыйынғанда һыуға бәйле хәүеф-хәтәр тураһында иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Һыуҙағы һәләкәттәрҙең төп сәбәбе – ҡулайлаштырылмаған урында һыу инеү, иҫерек килеш һыуға төшөү, үҙеңдең физик мөмкинлектәреңә артыҡ баһа биреү, һыуҙа хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, балаларҙы ололарҙан башҡа ҡарауһыҙ ҡалдырыу икәнен онотмаһаҡ ине.
Батыусыларҙың күбеһе ирҙәр – 85 процент. Былтыр ҙа шул сама нисбәтендә булды – 80 ир, 5 ҡатын һәм 8 бала һыуға батып һәләк булды.
– Ҡотҡарыусылар көн һайын рес-публикалағы һыу объекттары буйлап
профилактик рейдтарға юллана. Ошо рейдтар барышында «ҡырағай» пляждар асыҡланғанда ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Профессио-наль ҡотҡарыусылар менән бер рәттән, һыуҙағы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн йәмәғәтселек ҡотҡарыусылыры ла йәлеп ителә, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй һыуҙан ҡотҡарыу йәмәғәтселеге лә, – тип һөйләй ҡотҡарыу эштәре тураһында Фәрит Ғүмәров.