Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
11 Июль 2018, 10:06

Һау бул, университет, һаумы, университет!

...Күпме имтихандар, лекция-семинарҙар артта ҡалды. Сығарылыш студенттары юғары уҡыу йорттарын тамамлау тураһында дипломдар алды. Өфө нефть техник университетының бер төркөм сығарылыш студенттарының да әле бәхетле мәле (һүрәттә).Тиҙҙән улар йәш белгес булып та китер, ә бына, теләһәләр ҙә, кире студент йылдарына ғына ҡайта алмаҫ. Һабаҡтар, күңелле ятаҡ... барыһы ла хәтирәләр генә булып уйылыр. Ә тормош дауам итә, алмаш килә: юғары уҡыу йорттарына кисәге студенттар урынына абитуриенттар ағыла.

Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында ла дип-ломдар тапшырыу үтте. 7 йүнәлеш буйынса 167 белгес сығарылды, уларҙың 18-ҙе уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Үткән аҙнала, Forbes рейтинг журналы тикшернеүе буйынса, тап ошо вуз илдең иң яҡшы 56 юғары уҡыу йорто араһына инеүе билдәле булды.
Алмашҡа килгәндә, ҡабул итеү комиссияһы ике аҙна элек кенә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, бихисап абитуриенттар ғаризаларын ҡалдырып та өлгөргән.
– Әлеге ваҡытта 564 ғариза ҡабул иттек, былтырғы менән сағыштырғанда, абитуриенттарҙың, 40-45 процентҡа артҡаны һиҙелә, – тип таныштырҙы ҡабул итеү комиссияһы эше менән филиалдың уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Евгений Боев.
Эйе, Өфө дәүләт нефть техник университетының ҡалабыҙҙағы филиалында быйыл әүҙемлек арта. Тимәк, ситтә уҡырға теләүселәр кәмей, тигән һығымтаға килергә була.
Башҡа вуздарҙа ла “ҡыҙыу осор” бара.
– Ҡабул итеү комиссияһы 20 июндә эшләй башланы, был ваҡыт эсендә 1100-ҙән ашыу абитуриент үҙ документтарын тапшырҙы. Беҙҙә 54 бакалавриат программаһы бар, 8 факультет һәм колледж эшләй. Уҡырға инергә теләүселәр өсөн коммерция һәм шулай уҡ 332 бюджет урыны бар, бюджет урындарҙың 35-е айырым хоҡуҡтары булған балалар өсөн, – тине БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡабул итеү комиссияһы яуаплы сәркәтибе урынбаҫары Әлфиә Ремеева.
Юғары уҡыу йорттары ғына түгел, колледждар, һөнәри белем биреү училищелары ла үҙ студенттарын ҡабул итә. Иң мөһиме, уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙе таба алһын һәм артабан, уҡып сығып, ҡыйынлыҡтарһыҙ эшкә урынлашһын.
Читайте нас