Тыуған яҡтың елдәре лә йылы –
Һағынғанда һине, Йәнырыҫ.
Ауылдаштар килеп күрешкәндә
Йөрәк дөп-дөп тибә, йән тыныс.
Мәңге бөтмәҫ донъя мәшәҡәте
Ҡалаларға китеп аҙашҡанды
Бәрәкәткә тулы тыуған ерем,
Һинән алдым илһам, йән-ырыҫ.
Ишембайым – күңел түрҙәремдә,
Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!
Ҡыҙарып та бешкән еләк булып
Зиһенемә үтә елбәҙәк йәй.
Өҫтәл уртаһында еҙ самауыр –
Еләк ҡағы менән эй тәмле сәй.
Ғәзиз ергенәмдең бесәнлеге,
Хуш еҫтәре аңдарыма һеңгән;
Тыуған яҡҡа ҡайтып илар инем,
Утҡайҙары уның күптән һүнгән…
Нигеҙ ташы кемдәр ҡулындалыр,
Егән һыуҙары ла ҡороғандыр.
Еләк һатҡан ҡатындарға ҡарап
Тыуған яҡты үлеп һағынамдыр.
Ҡалалағы ҡарға ҡарҡылдауы
Эҫе йәйҙә тамам ялҡытҡанда,
Ҡайын еләгенең һутынан да
Эске донъям минең балҡып ҡала.
Ҡыҙарып та бешкән ер еләген
Ҡайтып ҡына йыйыр саралар юҡ.
Үткән менән бөгөнгөмдө ҡушып
Тоташтырыр ғына аралар юҡ…
Еләк тәме һеңгән ергенәмдең
Яйлап ҡына арта ҡәҙерҙәре,
Килмешәккә күскән тупраҡ-ерҙәр
Тайфун булып өтә бәғерҙәрҙе.
Йөрәккәйем – гүйә, шымған усаҡ,
Баҫҡан мәшәҡәттән ҡотолған саҡ:
Киләсәккә ихлас ышанған саҡ,
Боғаҙымда төйөр йотолған саҡ.
Аҙашманым, тик тормошта һулдан,
Миңә тигән юлдан бүтән уҙған,
Көмөш өлөшөмә ҡулын һуҙған,
Шуға һуҡмағымды баҫҡан туҙан.
Ярһыу мәлдә мөхәббәткә һыуһап,
Йәшкә тулған күҙҙәремде ыуһам,
Ағым һыуҙа михнәт керен йыуһам,
Әйтерһең дә, өр-яңынан тыуам!
Йөрәгемдең һалҡын боҙо, ҡуҙғал,
Шул урынға, аҡ толпарым, ҡуҙ һал!
Эске тауыш әйтә: «Көслө булһаң,
Киләсәккә алдан барып күҙ һал!»
Ең һыҙғанып барам бөгөн дә мин,
Ҡаршылыҡҡа ғына бөгөлмәм, тим,
Юлды кире бормам, сигенмәм мин,
Аманатты боҙмам, илгенәм, тим.
Илап уянған бар йоҡоларҙан:
Үкенестәр быуа, йәш әрәм,
Икәү генә белгән бәхетемә
Күҙ теймәһен, берүк, йәшерәм.
Шөкөр итәм, һиңә китеп барам
Килеп еткәс кире бороламын
Һин иҫемдә минең, иҫемдә!
Һөйләгәндәр һөйләй бирһен әйҙә,
Гонаһтарҙы беҙҙең кәметһен!
Ни тиһәң дә, ғәмһеҙ донъяларҙа
Яҙмыш бүләк иткән бәхет – һин!
Бәхет ҡыҫҡа, ваҡытлыса була.
Йөрәк кенә белгән серҙәрем бар
Икәү генә булған донъяла.
Кемдәр миңә нахаҡ бәлә яҡты,
Кемдәр арттан һөйләп кәмһетте?
Хоҙай миңә башҡа яҡлап бирә
Йәшәүҙең бит матур яғы ла бар:
Ҡоштар һайрай йәйге иртәлә,
Рәхәтлеккә сыҙай алмағанда
Маңлай күҙем һуҡыр булғанда ла,
Донъя хозурлығын күрермен.
Һин дөрләткән утты тыныс ҡына
Ҡыңғырауҙар сыңы ишетелә,
Йәшлектәнме килә был тауыш?
Йәшәүҙең бит матур яғы ла бар,
Әллә ҡайҙан килә был һағыш…
Ошо һағыш йырҙарыма күсеп,
Һиҙәһеңме, йәнем, әкрен генә
Минең ғүмер һинһеҙ уҙыла.
Ваҡыт үтер, Ер йөҙөндә ҡалмаҫ
Беҙҙең мөхәббәттең ҡуҙы ла…
Мин гонаһлы. Валсығына тиклем
Икмәк ҡәҙерләгән булманы.
Һыныҡ-мыныҡтарҙы ашатырға
Эргәмдә лә юҡ бит ҡул малы.
Ҡатырам да, сүп-сар өйөмөнә
Ырғытамын, аслыҡ күрмәгәс.
Шул икмәкте табып кимереүсе
Асарбаҡтар мине тиргәмәҫ.
Ас ҡәҙерен туҡтар белмәгәне
Ҡояш – уртаҡ, ләкин фәҡирҙәргә
Илдә сәпсек үлмәй, тиеүҙәре
Аңға һеңдерелгән тыумыштан.
Домофонлы йортҡа инә алмай
“Лучше быть хорошим человеком, ругающимся матом,
чем тихой, воспитанной тварью”
Йән көйгәндә ысҡынғылап ҡуя
Минең ауыҙҙан да һүгенеү…
Совет балаһы мин, хәлдән килмәй
Намыҫ тапалғанға күнегеү.
Сығарымдан сығармаҡсы булып
Баш осомда ҡоҙғон әйләнә.
Тәртипле лә булдым, тик донъяға
Ир ҡаҡҡанды, беләм, мир ҡаҡҡанын –
Мәңге ғәйбәттәргә ҡалғаным.
Йән көйгәндә ысҡынғылап ҡуя
Минең ауыҙҙан да һүгенеү.
Тәртипһеҙмен беләм, тик юҡ миндә
Намыҫ тапалғанға күнегеү.
Донъяларҙа минең байрам бөгөн-
Кәрәк түгел алтын тәхетең.
Күктең ҡабаҡтары асылғандай,
Күк төйөнгә төйнәлмәгән бәхет
Ул осоҡлап ташланмаған булған
Күңел көлдән гөлгә әйләнде бит:
Көрәш майҙанының уртаһында
Сыныҡҡанға рухым һынмаған.
Ҡәләм менән ғәләм гиҙеп киләм –
Алтын алҡа ике ҡолағымда,
Ҡуш беләҙек нескә беләктә…
Ваҡытымдың ҡәҙерҙәрен беләм
Менгәнемдә бейек тауҙарға,
Бысаҡ менән кейеҙ киҫер сағым
Хаҡлыҡ өсөн барған яуҙарҙа.
Тайпылдырма яҙмыш ошо юлдан
Терәлгәндә текә тауҙарға,
Илем, халҡым, телем өсөн барған
Римма Ғәлимованы 1985-се йылдан бирле беләм. Ул ваҡытта сибек кенә, күҙгә тура ҡарарға ла ҡурҡҡан, ҡулына шиғырҙары ҡулдан яҙылған ҡалын ғына дәфтәр биттәре тупланмаһын тотҡан ҡыҙыҡай ине. Мин әле уның әсә булып өлгөргәнен һәм ул үҫтереп йөрөгәнен дә белмәй инем. Шиғырҙары менән танышып сыҡҡас йөрәгемде уның яҙмышына ҡарата ниндәйҙер әсе әрнеү биләне. Яҙмышы яҙмыш, – ул шуны нисегерәк оҫта итеп шиғырға һала белгән!
Егерме йыл элек күргән нескә генә ҡыҙыҡай бөгөн оло-оло дәүләт эшмәкәрҙәре араһында ҡыйыу ҡарашлы, тура һүҙле, эскерһеҙ хеҙмәткәр булып камиллашты.
Нимә борсой, нимә тетрәтә шағирәнең күңелен? Был һорауға бер генә һүҙ менән яуап биреү мөмкин түгел, сөнки уны ҡәләм алып шиғыр яҙырға мәжбүр иткән нәмәләр – тормошобоҙҙоң күп ҡырлы күренештәре. Ләкин шуныһы күҙгә ташлана: тематик даирәһе ҡатын-ҡыҙ шағирәләргә хас булған сиктәрҙән күпкә киңерәк. Был осраҡта ул ир-егет шағирҙарҙы ҡорал сарлата торған өлкәләрҙә беҙҙең милләттең ауылда тыуып үҫкән балаларына хас булған комплекстарҙан азат килеш үҙ фекерен юғары көсөргәнешле хис-тойғолар аша донъяға ҡысҡырып әйтә. Ләкин барыбер әсәлек, бала, ғаилә, мөхәббәт темаһы ҡатын-ҡыҙ ижадсының төп объекты булып ҡала.
Шағирә Римма Ғәлимованың шиғырҙары асылда мөхәббәт, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, Ватан, тыуған ер һәм бөтә кешеләрҙе борсоған башҡа бик күп проблемалар тураһында.
Авторҙың бер генә шиғырын да тулҡынланмай уҡып булмай. Уның һәр һүҙе йөрәгенән сыға, уҡыусының күңеленә барып етә. Донъяла, тормошта барған бер ваҡиғаға ла битараф түгел ул. Барыһы өсөн дә “ут йотоуҙан”, һәр йәмһеҙ күренешкә һыҙланып, тыуған ер, үҙ халҡы, милләте һәм киләсәк быуын өсөн борсолоп йәшәүҙән тыуған был ижад.
Римма Ғәлимованың шиғриәте оптимизм, ке-шеләрҙең оло хәстәре һәм мөнәсәбәттәре, кешелек донъяһына мөхәббәт, ихтирам һәм ышаныс менән һуғарылған.