Ленин проспектында ла юл-транспорт ваҡиғалары йыш ҡабатлана. Шул иҫәптән музыка тыңлап килгән, рөхсәт ителмәгән урында юлды киҫкән йәйәүлеләр ғәйебе менән дә. Ошо тәңгәлдән нисек тә хәүефһеҙлекте арттырыу маҡсатында проспекттың “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы” туҡталышы янындағы тап күпләп кеше йөрөгән үткәүелендә урындағы ЮХХДИ идаралығы, автомобиль йөрөтөүселәрҙең юридик грамотлылығын күтәреү клубы, авария комиссарҙары “Иғтибар, йәйәүле!” акцияһын ойошторҙо.
– Йәйәүлеләрҙе иҫкәртеү маҡсатында үткәүелдең алдында “Сабыйығыҙҙы етәкләгеҙ”, “Ҡолаҡсындарығыҙҙы сисегеҙ”, “Велосипедтан төшөгөҙ” тип яҙып сыҡтыҡ. Был акция артабан да дауам итәсәк, уға һәр теләгән кеше ҡушылырға мөмкин, – тип асыҡлап китте сараның асылын әлеге клуб етәксеһе Айҙар Зәйнетдинов.
Хәүефһеҙлек бер инспекторҙар йәки комиссарҙар өсөн генә түгел. Тәү сиратта һәр кемдең ғүмере үҙенә ҡәҙерле булырға тейеш. Шуға юлда ҡолаҡсындар кейеп, музыка тыңлап, үткәүелдән велосипедта елдерер алдынан ошо хаҡта уйланырға кәрәк. Ә сабый етәкләп килгәндәр иһә ул-ҡыҙҙарын юлда ла ҡулдан ысҡындырмаһын ине.