– Йәйге эҫелә сәләмәт кеше-ләргә лә, сирлеләргә хәүефле. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәргә һаҡ булырға кәрәк. Гипертониктар, стенокардия менән сирләүселәр, инфаркт, инсульт кисергәндәргә бигерәк тә ауыр. Ҡояш ҡыҙ-ҙырыуынан шулай уҡ бала саҡтан эҫене ауыр кисереүселәр, йөклө ҡатындар менән балалар ҙа яфалана. Башҡа эҫе ҡабыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – ҡояш ҡыҙҙырған мәлдә мөмкин тиклем тышта йөрөмәү, йәғни иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем урамға сыҡмай, һалҡын бинала ғына ултырыу. Тап ошо ваҡыт арауығында ҡояштың ультрафиолет нурҙары ныҡ көслө була һәм кеше был нурҙарҙың көндәлек нормаһын 10-15 минут эсендә ала. Урамға сығырға тура килгәндә лә, күләгәле ерҙәрҙән йөрөргә тырышырға кәрәк, – тип һөйләп үтте табип.
Әйткәндәй, был мәлдә орга-низмды эстән һыу менән йыш тәьмин итеп тороу яҡшы икәнлеген беләбеҙ һәм көнөнә 2-3 литр һыу эсеү мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта башҡа сикләүҙәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән:
– Ауыр физик эш организмда йылылыҡ алмашыныуын биш тап-ҡырға арттыра. Шуға эштәрегеҙҙе иртәнге һалҡында тамамлап ҡу-йығыҙ, – тигән кәңәштәр менән дә бүлеште Наилә Әҙһәм ҡыҙы.
Көнө буйы бүлмәлә ултырып эшләгәндәргә терапевт конди-ционер менән артыҡ мауыҡмаҫҡа саҡырҙы, сөнки һалҡын һауа туп-тура өргән хәлдә һыуыҡ тейҙереү ҡурҡынысы ла бар. Табипҡа бындай юл менән сирләп киткәндәр ҙә йыш килә икән.
Әйтергә кәрәк, урамда йөрө-гәндә бик эҫе булып китһә, сауҙа үҙәктәрендәге һәм супер-маркеттарҙағы кондиционерҙар ярҙамында ла хәл йыйырға була.
Баш кейеме, еүеш салфетка, асыҡ тәҙрәләр, кислород бүлеп сығарыусы гөлдәр, дөрөҫ кейем хаҡында ла онотмаҫҡа саҡырҙы терапевт.
Тәжрибәле табип Әлфиә Шә-рәфетдинованың юғарылағы кә-ңәштәрен үтәгәндә, һис шикһеҙ, эҫенән һаҡланырға була.