Яңыраҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡып йөрөүсе сит ил студенттары
БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы Стәрлетамаҡ психоневрология интернатында булдылар.
Был ғәҙәти булмаған сәфәр “Рәсәй мәғариф системаһында экспорт потенциалын үҫтереү” өҫтөнлөклө проектын тор-мошҡа ашырыу сиктәрен-дә үтте. Һиндостандан, Зимбабванан һәм Ке-ниянан килгән студенттар Стәрлетамаҡ медицина колледжы базаһында ойошторолған “Минең бул-мышым – медицина” тигән йәйге дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡатнашты.
Сәфәр барышында сту-денттар социаль учреждениеның эшмәкәрлеге, социаль медицина тергеҙелеү бүлегендә эштең ойошторолоуы менән танышты. Стәрлетамаҡ психоневрология ин-тернаты директоры Илдар Биктиме-ров индивидуаль программаға ярашлы, бында йәшәгән һәр пациент күңеленә ятҡан шөғөл таба алыуын билдәләп үтте. Улар өсөн тегеү оҫтаханаһы, бәйләү түңәрәге һәм уҡыу класы эшләй. Бынан тыш социаль хеҙмәт алыусыларҙың интернат биләмәһендә йәшелсә, сәскә үҫтереү менән шөғөлләнергә мөмкинселектәре лә бар икән.
Студенттар шулай уҡ ҡуяндар һәм төрлө йорт ҡоштары менән дә таныштылар. Ҡунаҡтар интернат-тағыларҙың төбәк һәм республика конкурс һәм спартакиадаларында ҡатнашып яулаған миҙал-кубоктарын күреп хайран ҡалды. Буласаҡ хирург, кардиолог, неврологтарҙың тәь-ҫораттары оҙаҡ һаҡланыр әле.
Ҡалала сит ил ҡунаҡтары ме-дицина эшмәкәрлеге менән генә түгел, ял итеү ысулы менән дә танышты. Улар Ю. Гагарин исемендә-ге ял һәм мәҙәниәт паркына ла сәфәр ҡылды.