Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
16 Августа 2018, 11:33

Программалар үтәлә

Билдәле булыуынса, ҡаланы төҙөкләндереү йәһәтенән Стәрлетамаҡта төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Ҡайһылыр проектҡа – ҡала бюджетынан, ҡайһыларына республиканан, фе-дераль кимәлдә аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта, ҡала халҡы үҙе әүҙемлек күрһәтеп, сығымдарҙың ниндәйҙер өлөшөн үҙ өҫтөнә алған программа ла эшләп килә. Проекттарҙың барыһы ла власть органдары контролендә башҡарыла. Күптән түг-ел ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ төҙөкләндереү объекттарын тикшереп сыҡты.

“Ҡала мөхите” программаһында Стәрлетамаҡ икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр был нигеҙҙә Хоҙайбирҙин урамында аллея һәм 98 йорт алды күркәмләнгәйне. Быйыл әлеге урамдың Мәңгелек ут тәңгәленән алып Элеватор урамы менән киҫешенә тиклем һәм 36 ихата матурланасаҡ. Эш сәфәренең тәүге “туҡталышы” нәҡ ошо төҙөкләндереү урынында булды.
– Объекттың паспортын ҡуйырға кәрәк, кешеләр ниндәй эш башҡарыла, нимә өсөн һәм ҡасан тамамланасағы тураһында белеп торорға тейеш, – тип, тәүге минуттарҙа уҡ етешһеҙлектәрҙе табып та алды Владимир Иванович. Нисек кенә булмаһын, эштәр яйлап башҡарыла һәм тәҡдимдәр индерелә, дәғүәләр ҡабул ителә. 1 сентябргә юлдың көньяғы төҙөкләндерелеп бөтәсәк тә инде.
Был эштәрҙең һөҙөмтәһе булып аллеяла велосипед юлдары, парковкалар, архитектура әҫәр-ҙәре барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, ике уйын һәм ике спорт майҙансыҡтары эшләнә, эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ, таш түшәләсәк.
Эштәр менән танышып сыҡҡандан һуң Владимир Куликов Ашҡаҙар аръяғына йүнәлде. Унда урамдарҙа асфальт һалыу эштәре ҡайнай ине. Ремонт өсөн аҡса урындағы бюджеттан бүленгән. Шулай уҡ дөйөм асфальт һалыуға ҡаланан һәм республиканан 108 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Былтыр бында биш урамда асфальт һалынһа, быйыл 6 урам көҙгөләй ялтырап ята.
– Үҙәк урамдар ғына түгел, ситтәгеләре лә йүнәтелергә тейеш, – тип билдәләп китте ҡала хакимиәте башлығы был объектҡа ҡарата үҙ фекерен һәм аяҙ көндәр торғанда эштәрҙе йәһәтләргә саҡырҙы.
Ситтәге урамдар тигәндән, Кочетов урамындағы йорт алдарында, мәҫәлән, 30 йыл буйы асфальт түшәлмәгән, йүнләп төҙөкләндерелмәгән һәм, ниһайәт, “Ҡала мөхите” программаһы нигеҙендә бында йорт алдары матурланған. Ә киләсәктә “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында балалар майҙансығы урынлаштырыласаҡ. Асфальт йәйеү, парковканы киңәйтеү буйынса эштәр тамамланған, әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Улар хаҡында ҡала етәксеһенә йорттарҙың береһендә йәшәүсе Клара Сөләймәнова әйтеп үтте. Баҡтиһәң, сүп контейнерына илткән юлға асфальт түшәлгән, ләкин ете-һигеҙ аҙым ҡалғас ҡына юл туҡтаған. Тимәк, ямғыр-ҡар мәлендә сүп түгеүселәргә бысраҡ иҙеп йөрөргә ҡала. Подрядсылар етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөргә һүҙ бирҙе.
Хоҙайбирҙин урамы, 134 һәм 136, Ленин проспекты, 44 адрестары буйынса урынлашҡан йорттарҙың ихаталары ла “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә асфальтланған, ә «Башҡорт сода компанияһы» бында үҙенең “Стәрлетамаҡ – беҙҙең дөйөм йорт” проекты нигеҙендә балалар өсөн уйын һәм волейбол майҙансыҡтары урынлаштыра. Майҙансыҡтар 1 сентябргә асыласаҡ. Мэр менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашырға сыҡҡан халыҡ башҡарылған эштәр өсөн хакимиәткә, предприятие етәкселәренә һәм ҡала советы депутаты Сергей Подцепнякка рәхмәтен еткерҙе. Владимир Куликов уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып:
– «БСК» ҡаланы төҙөкләндереүҙә байтаҡ проекттар атҡара, бындай аҙымға һәр компания ла бармай, – тип билдәләп китте.
Асфальт йәйелгән, майҙансыҡтар асыла, ошо йорттарҙа йәшәүселәргә инде ағас үҫентеләре ултыртырға һәм был тиклем матурлыҡты ҡәҙерләп йәшәргә генә ҡала.
Әлбиттә, һәр эш башҡарыла, программалар үтәлә, әммә ҡала етәксеһе үҙе килеп, объекттар менән танышыуы, егеттәрҙе дәртләндереүе төҙөкләндереүҙе тағы ла йәнләндерә, тиҙләтә. Ғөмүмән, эш сәфәре эшлекле булды.
Читайте нас