Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
17 Август 2018, 09:59

Еңеү килде алыҫтан – Алыҫ көнсығыштан

Стәрлетамаҡ йәштәренең төрлө кимәлдәге еңеүҙәре, уңыштары хаҡында яҙып өлгөртөп булмай. Кемдер асыш яһай, кемдер олимпиадала беренсе урын ала, бәғзеләр спортта дан ҡаҙана. Хәйер, был йәһәттән эш күплегенә ҡыуанырға ғына ҡалалыр. Улар бит – беҙҙең ғорурлыҡ, беҙҙең киләсәк. Ҡулға ҡәләм алырға сәбәптәр тыуып-тыуып торһон әле был өлкәлә!

Шулай итеп, йәнә бер ҡыуаныс – Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы студенттары Елена Коваленко менән Кристина Соловьева Көньяҡ Сахалинск ҡалаһында буласаҡ реклама етештереүселәр, гра-фик дизайн оҫталары араһында ойошторолған “Йәш профессионалдар” конкурсында жюриҙың юғары баһаһын алып ҡайтты. Елена тырышлығы өсөн махсус миҙал менән бүләкләнһә, Кристина “Үҫмер” номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булған.
Был конкурс 6-сы тапҡыр уҙғарыла һәм унда илдең төрлө төбәк вәкилдәре ҡатнаша. 16 йәштән алып 22 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар графика, дизайн, реклама, һынлы сәнғәт өлкәһендә 63 йүнәлеш буйынса эштәрен яҡлай. Ошо тиклем кимәлдә тәжрибә туплау бер булһа, йәштәрҙең бихисап быуындаштары араһында юғары баһа алыуы йәнә ҡәнәғәтлет тойғоһо уята.
– Көньяҡ Сахалинск алыҫ кеүек тә түгел, сөнки конкурста ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар менән дуҫлашып, яҡынайып бөттөк, – тиҙәр студенттар бер тауышҡа, тәьҫораттары менән бүлешеп. Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә, алыҫтанмы-яҡынданмы, еңеүҙәр менән ҡайтып тороғоҙ!
Читайте нас