Ҡаланың Абдулҡадир Инан исе-мендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре асыҡ һауала “Китаплы йәй” исемле акция үткәрҙе.
– Урамдан килгән ҡала халҡын һикһәндән ашыу китап менән ҡаршы алдыҡ, туҡтап, уҡығандар, беҙҙең менән аралашып торғандар байтаҡ булды, – тип һөйләне был сара хаҡында китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина.
Каникул осоронда балалар уҡыу әспабтарынан ял итһә, бына нәфис әҙәбиәт менән ихласлап танышты. Кемдер китаптарҙы ҡараштырып ҡына сыҡһа, ҡайһы бер малай-ҡыҙҙар үләнгә ултырып, хатта ятып әкиәттәр уҡыны, ә хәреф танымағандар китапханасы апайҙарының уҡығанын тыңланы. Ғөмүмән, мө-хәббәт романдары, де-тектив китаптары, фан-тастика... бер жанр ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.
Әлбиттә, был сара китап уҡыу менән генә сикләнмәне, китапхана хеҙмәткәрҙәре нисек әҫәр һайларға, электрон китап яҙҙырырға һымаҡ мәсьәләләргә лә туҡ-талды. Әйткәндәй, әлегеләй йәнле аралашыу ҡаланың башҡа китап-ханаларында ла үткәрелә бара. Ҡыҫҡаһы, әҫәр менән уҡыусы хәҙер китапханала ғына осрашмай.