Бына бер нисә көндән бер Аллаһы Тәғәләне генә илаһилаштырған, Аллаһы ғына ғибәҙәткә ла-йыҡ тигән мосолмандарҙың байрамы – Ҡорбан байрамы, хаж тамамланыу байрамын күрәсәкбеҙ. Мосолмандарҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса, Ҡорбан тип Аллаһыға яҡынайтҡан нәмә исемләнә. Ғәйет көнө, беҙ намаҙ уҡыусылар менән мәсеттәрҙе тултырған һымаҡ, мәсеттәр тулы буласаҡ һәм ислам өммәте ихлас күңел менән Аллаһы Тәғәләне бөйөкләп тәкбир әйтәсәк. Ҡорбан салыу Һижри йылдың икенсе йылында үәжиб булды. Байрам көндәрендә (өс көн) ҡорбан салыу иң ҙур сауап бирелә торған ғәмәлдәрҙән һанала. Ҡөрьәндә әйтелә: “Намаҙ уҡы һәм Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан сал”.
Ҡорбан байрамы ҡояш сыҡҡандан һуң уҡыясаҡ байрам намаҙы менән башлана, саҙаҡалар таратыла. Намаҙҙан һуң туғандарҙы, яҡындарҙы барып күреп, хәлен белешергә тейешбеҙ. Ҡорбан салырға ниәтләгән кеше намаҙҙан һуң оҙаҡҡа һуҙмай ҡорбанын сала. Ҡорбан ите шәриғәт буйынса өскә бүленә: бер өлөшөн таратаһың, икенсе өлөшөнән туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырыу өсөн аш әҙерләнә, ә өсөнсө өлөшөн үҙеңә ҡалдырырға мөмкин.
Пәйғәмбәребеҙ: “Минең өммәтемдең иң яҡшылары ҡорбан сала, насарҙары был эште ҡалдыра”, – тине.
Икенсе хәҙистә: “Беренсе тамған ҡан тамсыһы менән ҡорбан салған кешенең үткәндә булған гонаһтары ғәфү ителә һәм уларға (ғаилә әһелдәренә) Аллаһының рәхмәте төшә”, – тиелә.
Бәләкәй генә ҡорбанлыҡ менән ниндәй ҙур яҡшылыҡҡа ирешәбеҙ. Бына ошо байрам көндәрендә миллиондарса мосолмандар (хажиҙар), Мәккәлә хаж ғибәҙәте тамамланыу менән, Аллаһының рәхмәтен ирештереүен һорап доға ҡыла. Беҙ уларға ҡушылып, йөҙөбөҙҙө Аллаһыға йүнәлдереп, кәмселек-хаталарыбыҙҙы, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен, аҙашҡандарҙы ҡотолоу юлына йүнәлдереүен һорап доға ҡылырға тейешбеҙ.
Быйыл 21 августа ғәйет намаҙы Яңы мәсеттә 8:30 сәғәттә, Иҫке мәсеттә – 9:30, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында – 10:30, Ҡаранай Моратов урамында төҙөлөп ятҡан мәсеттә 11:00 сәғәттә башлана.
Һәммәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләп, изге доғалар менән
Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе.