Мәғариф өлкәһендәге уңыштар, тәү сиратта, уҡыусыларҙың уңышы. Әммә уларҙы конкурсҡа әйҙәгән, белем биргән, тәрбиә орлоғо һалған уҡытыусыларының роле хаҡында ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Әлеге бәйгегә команданы әҙерләгән, алып барған педагог – гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә ШӘРӘФЕТДИНОВАның эше был йәһәттән юғары баһаға лайыҡ. Ҙур уңыштар нәҡ ошондай кескәй еңеүҙәрҙән башлана бит. Туған тел, рухи тәрбиә тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
– Уҡытыусы көн һайын балалар күңеленә бөртөкләп ижади табыштар һеңдерергә, таланты булған уҡыусыларҙы үҫтерергә бурыслы. Һәләтле балалар тәрбиәләү – заман талабы, көсөргәнешле һәм яуаплы эш. Бының өсөн уҡытыусы заманса педагогик технологиялар өлкәһендә лә, интернет селтәре буйынса ла, электрон дәреслектәр тураһында ла хәбәрҙар булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларым театрҙарға, музейҙарға, экскурсияларға йөрөргә ярата, йыш ҡына бергәләп әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙ. Уларҙан һуң йәнле һөйләшеү, фекер алышыу үткәрәбеҙ, баһаламалар яҙабыҙ, – тип яуап бирә Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы “Заман шарттарында балаларҙы нисек рухлы итеп тәрбиәләргә?” тигән һорауға. Үҙ эшенең оҫтаһы, киң эрудициялы, мәрхәмәтле шәхес уҡыусыларына ижадсы итеп ҡарауы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ.
Ысынлап та, кемдер уңышһыҙлығының сәбәбен – белем биреү талаптарынан, кемдер “моңһоҙ” һәм “маңҡорт” уҡыусыларынан эҙләгәндә Зөлфиә Шәрәфетдинованың ошолай гөрләтеп эшләүе һоҡланыу уята. Ә бит уның табыштары әлеге конкурсҡа ғына ҡайтып ҡалмай... Бының бер осо уҡытыусының уҡытыусылар нәҫеленән булыуына, бала саҡ хыялына ҡайтып ҡалһа, икенсеһе кинәнеп эшләр өсөн тыуҙырылған шарттарға бәйлелер. Сөнки теләк бер, эшләр өсөн тырышлыҡ та, ярҙам да мөһим.
– Стәрлетамаҡты үҫеш нөктәһе, – тип атар инем. Мәғариф өлкәһендә кинәнеп эшләр өсөн барыһы ла бар, быны үҙебеҙҙең гимназия миҫалында ғына ла сикһеҙ иҫбатларға була. Башланғыстар хуплана, китап, технология һәм башҡалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, – тип ҡәнәғәтлектәрен дә еткерә Зәлфиә Тәлғәт ҡыҙы.
Теләктәр ҙә, шарттар ҙа һыуынмаһын ине...