Күптәр көндәлек тормошон “Юлдаш” радиоһынан башҡа күҙ алдына ла килтермәйҙер. Ә был көндө үҙҙәренең йор һүҙе, зирәк аҡылы менән меңдәрсә тыңлаусыны әсир иткән алып барыусылар Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделмәновтар менән радио тыңлаусылар күҙмә-күҙ осрашты. Концерт шул тиклем дәррәү барҙы, тамашасылар һәр номерҙы алҡышлап ҡына ҡалманы, Гөлназ Асаева, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Әлфиә Юлсурина, Нурия Йәрмөхәмәтова, Илнур Ишембаев, Әлфиә Әмирханова һәм башҡа бик күп артистарға ҡушылып үҙҙәре лә йырланы, дәртләнеп бейергә төшөп китте, уйындар уйнаны. Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ тиҙ генә таралашырға уйламаны ла. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ артистары ла ҡатнашып, тамашаны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
– Бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарып торорға кәрәк, сөнки «Юлдаш»ты тыңлағанда күңелгә дәрт, рух өҫтәлә, – тип билдәләне ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин.
«Юлдаш»тар буш ҡул менән килмәгәйне, төрлө уйындар, кон-курстар ойоштороп, тамашасыларға иҫтәлекле бүләктәр өләште. Әлбиттә, бындай ихлас осрашыу уларҙың да күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар киләһе йыл йәнә ошондай фестиваль уҙғарырға тигән матур тәьҫораттар менән хушлашты.