Был көндө ирекмәндәр көн дауамында байрам таҫмаларын таратып йөрөнө һәм тантаналы рәүештә Константин Борисовичҡа ла тапшырҙы. Константин Толкачев йәштәр менән аралашҡандан һуң уларҙың әүҙемлегенә һоҡланыуын белдерҙе.
Ә был ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың төбәк форумы башланып тора ине.
Ирекмәндәрҙең генә түгел, сарала ҡатнашыусыларҙың да әүҙемлегенә ҡарағанда, форум ҙур әһәмиәткә эйә булыуы, унда бик күп төрлө йүнәлештәрҙә һорауҙар һәм мәсьәләләр күтәрелеүе көн кеүек асыҡ булды.
– Бөгөн залға фекерҙәр һәм идеялар буйынса яҡындар, Башҡортостандың һәм илебеҙҙең киләсәгенә вайымһыҙ ҡарай алмаған кешеләр йыйылған, – тип сәләмләне спикер форумда ҡатнашыусыларҙы.
Етди һөйләшеү алып барыу өсөн форум төрлө йүнәлештәге секция ултырыштарына бүленде. Унда “Социаль сәйәсәт: һәр кешегә өлөш индереү – киләсәк нигеҙе”, “Үҫеш һәм именлек иҡтисады”, “Сәләмәт киләсәк”, “Үҙ йортоңда үҙең хужа бул”, “Аграр ил” темалары буйынса һорауҙар яңғыраны. Һәр йүнәлеш буйынса резолюция ҡабул ителде, улар берләштерелеп, Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының эш программаһына индерелеүе мөмкин.
– Был сара – эшлекле аралашыу майҙаны булып торҙо, тос фекерҙәрегеҙ яңғырап, уртаҡ һөҙөмтәгә киленгән, – тип билдәләне форумдың әһәмиәтен Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Ысынлап та, ошо форумдағы һымаҡ уртаҡ тел табып, бергә эшләү башланғыстың уңыштары булып тора.