Башҡа ҡалаларҙан айырмалы булараҡ, Стәрлетамаҡта кондитер тауарҙарын йышыраҡ һатып алалар, сөнки тәм-том яраталар, тип ишеткән бар. Беҙҙә тәмле бешерәләр, шуға яраталарҙыр, бәлки. Быны һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе һөҙөмтәләре лә раҫлап торғандай: ошо тиклем конкурсанттар – төрлө ойошма, ресторан һәм кафеларҙа эшләүсе оҫталар араһында тәүге баҫҡыстарға күтәрелеү еңел булмағандыр.
– Конкурстың шарттары буйынса, кондитерҙар үҙ шедеврҙарын әҙерләп күр-һәтергә тейеш ине, жюри ағзалары иһә килеп сыҡҡан аҙыҡтың тәменә генә түгел, уның матурлығына, ижади төҫмөр-ләү һәм бешереү таҙалығына ҡараны, – тип һөйләй Ольга үҙе бәйге хаҡында.
Беренсе урын булмаһа ла... Стәрлетамаҡ кондитерҙары араһында хәҙер Ольга Деева беҙгә торт өҫтөндәге еләк кеүек!