Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
28 Август 2018, 10:00

Белем көнө менән Радик ЮЛЪЯҠШИН ҡотлай

Үткән аҙна Стәрлетамаҡ өсөн ҙур саралар алып килде. Республика кимәлендә форум үтте, ҡала уҡытыусылары август кәңәшмәһенә йыйылды. Был аҙна ла ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Ана, ниндәй шәп саралар үтәсәк!

Кем һүрәт, фото сәнғәтенә ғашиҡ, тәүге мәғлүмәт – улар өсөн. Аҙна дауамында көн һайын Картиналар галереяһында – Наил Ваһапов, Рәмил Нагаев һәм Михаил Якушевтың «Тормошҡа өс ҡараш» тип аталған һынлы сәнғәт һәм графи-ка күргәҙмәһе, мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә Тамара Андрееваның «Мәшәҡәтһеҙ тормош» тигән шәхси күргәҙмәһе эшләй.
Ә Мостай Кәрим ижадын яратыусылар бөгөн 15:00 сәғәттә Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә шағирҙың «Беҙҙең өйҙөң йәме» китабы буйынса фекер алышыуға килә ала.
Ошо уҡ ваҡытта «Үҙәкләштерел-гән китапханалар системаһы»ның 4-се филиалында «“Төҫлө магнит» оҫталыҡ дәресе уҙғарыла.
20:00 сәғәттә ошо уҡ бинала «Мин китап яратам» клубы осрашыуы була.
Белем көнөндә популяр йырсылар МакSим һәм Радик Юльяҡшин 18.00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы сәхнәлә ҙур байрам концерты менән сығыш яһаясаҡ. Концерт бушлай күрһәтелә.
Читайте нас