Бындайҙар рәтендә бигерәк тә дәрте ташып торған йәштәр күп булыуы ҡыуандыра. Владимир Путиндың быйылғы йылды Рәсәйҙә “Ирекмәндәр йылы” тип иғлан итеүе әлеге хәрәкәтте тағы ла йәнләндерҙе.
Стәрлетамаҡта ла ирекмәндәргә эштәр етерлек. Уларҙың йүнәлештәре һәр ваҡыт алмашынып торһа ла, маҡсаттары ғына үҙгәрешһеҙ – йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтереү.
– Беҙҙә ирекмәндәр корпусы 2014 йылда уҡ булдырылды, унда ҡаланың бөтә ирекмәндәр төркөмдәре берләшкән. Беҙ белем биреү учреждениелары һәм үҙ аллы булған 18 ирекмәндәр хәрәкәте менән эшләйбеҙ. Шулай ҙа корпуста 884 кеше иҫәпләнһә лә, ирекмәндәр хәрәкәте күпкә ҙурыраҡ, – тип белдерә, мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлегенең төп белгесе, ҡала ирекмәндәр корпусының етәксеһе Людмила Мальцева.
Ирекмәндәрҙең төрлөһө бар, улар араһында етәкселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, уҡыусылар, студенттар ҙа етерлек. Хатта 40 йәштән өлкәнерәк вәкилдәр ҙә изге эштәргә үҙ өлөшөн индерә.
– «Отклик» эҙләү отряды ирек-мәндәре составында ла торам, БашДУ-ның «Ҙур йөрәклеләр» волонтерҙар хәрәкәтен дә етәкләйем, әле унда 15 кеше бар. Университеттың ғына түгел, ҡалала үткән бөтә сараларҙа ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итәбеҙ. Футбол буйынса донъя чемпионатынан да ситтә ҡалманыҡ, – ти ҡаланың әүҙем ирекмәндәренең береһе, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы 4-се курс студенты Фиҙәлиә Мәһәҙиева.
Бындай йәштәр араһында маҡтап телгә алырлыҡтары бихисап, әлбиттә. Регина Баһауетдинова, әйтәйек, чемпионаттың Ҡазанда үткән уйындарында сит ил ҡунаҡтарына уңайлы булһын өсөн тырышып эшләп ҡайтҡан. Бәғзеләр башҡа сараларҙа көсөн һынап ҡараған. Киләсәктә ирекмәндәр рәтенә баҫыусылар тағы ла артыр, сөнки быйылғы уҡыу йылында «Ирекмәндәр мәктәбе» эшләй башлаясаҡ. Унда яңы килгән ирекмәндәргә һыуға батыусыларҙы, утта ҡалғандарҙы ҡотҡарырға, төрлө осраҡтарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтәсәктәр.
Иң мөһиме, башланғыстар йәштәрҙең үҙҙәренә оҡшай. Изге эштәр атҡарыуҙа һинең дә өлөшөң булыуы шәп бит ул!