Портфель тултырылған, форма һатып алынған... Гөлләмәләр тотоп мәктәпкә бараһы көндө әллә ҡасандан бирле түҙемһеҙләнеп көтә беренсе класҡа йыйынған Руфина АҠБУТИНА. Руфина һымаҡ иртәгә Башҡортостанда – 53 мең уҡыусы, ә Стәрлетамаҡта 4350 бала тәүге тапҡыр ҡыңғырау шылтырауын ишетәсәк.
Эйе, белем көнө – иртәгә, ата-әсәләр балаларҙы кейендереп бөтһә, мәктәптәр үҙ ишектәрен күптән асырға әҙер. Белем усаҡтары алдындағы сәскәләрҙән дә уҡыу эшенә генә хас булған еҫтәр аңҡып торғандай бит. Барыһы ла үҙгәрешһеҙ, таныш күренештәр. Шулай ҙа йылдан-йыл мәктәп эсендәге тормош яңыра, ка-миллаша бара. Беренсе класҡа барыр өсөн дә бер аҙ әҙерлек алып, белем базаһын тупларға кәрәк хәҙер.
– Бала икенсе мөхиткә, режимға күсергә әҙерләнгәс, тулҡынландыра. Былтыр балалар баҡсаһында уҡ әҙерлек башлағайныҡ, быйыл мәктәпкә лә килтереп, өйрәнеп йөрөнөк. Беҙҙең мәктәптә социаль педагогтар әүҙем эшләй: бар яҡлап та төшөндөрөп торалар, – ти ҡыҙын беренсе класҡа алып килгән Гөлфиә Аҡбутина. Шуныһы ла ҡыуаныслы: Аҡбутиндарға, өс балалы ғаилә булараҡ, льготалар бар, улар буйынса канцелярия тауарҙары, рюкзак менән бушлай тәьмин ителгән.
Руфина Илүс ағаһы менән ҡаланың 10-сы мәктәбенә уҡырға йөрөйәсәк. Ата-әсә өсөн быныһы әҙерәк еңелерәк һуларға мөмкинлек бирә, әлбиттә.
– Мин дә мәктәпкә барам! – тип ҡыҙ күптән инде ағаһының янынан да китмәй икән.
Дөрөҫ, ағай булғанда күңелле лә, “бишлеләр”, китаптар менән тулған сумканы ла алып ҡайтыуы еңелерәк буласаҡ. Ата-әсәләр иһә «бишлеләр»ҙе генә көтөп ҡалмай, балаларын киләсәктә төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булып үҫеүҙәрен теләй. Шулай булыр ҙа: Руфина – бейеү, ә Илүс көрәш түңәрәктәрен һайлап ҡуйған. Һөнәрле кеше юғалып ҡалмаҫ. Көрәшсе Илүс менән бейеүсе Руфинаға һәм мәктәпкә барыусы барлыҡ балаларға уңыштар теләп ҡалайыҡ!