Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2018, 10:05

Оҫталар һәр ерҙә лә кәрәк

...Рөстәм ТАЙМАҪОВты эҙләп табыуы еңелдән булманы, электромонтерҙы иртә менән саҡыртып торалар, ҡайҙалыр лампочка янған, яңы сымдар ҡуйырға кәрәк. Шуға ла уны нәҡ эш өҫтөндә осраттыҡ, подъездарҙың береһендә плафон алмаштырыу менән мәж килә ине ул. Оҫталар һәр ерҙә ләкәрәк шул!

...Рөстәм ТАЙМАҪОВты эҙләп табыуы еңелдән булманы, электромонтерҙы иртә менән саҡыртып торалар, ҡайҙалыр лампочка янған, яңы сымдар ҡуйырға кәрәк. Шуға ла уны
нәҡ эш өҫтөндә осраттыҡ, подъездарҙың береһендә плафон алмаштырыу менән мәж килә
ине ул. Оҫталар һәр ерҙә лә
кәрәк шул!
Торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәренең оҫталығын төрлө конкурс-тарҙа һынап торалар. Был йәһәттән республика кимәлендәгеләре ҙур мәртәбәгә эйә. Геройыбыҙ менән осрашыуҙың сәбәбе лә ошоға бәйле ине. Рөстәм Яңауылда үткән «Һөнәре буйынса иң яҡшы» конкурсының финал этабынан ҡайтып төшкән. «БЖИ+» электромонтеры Рөстәм Таймаҫов «Район-ара һыу каналы»ның электр-газ иретеп йәбештереүсеһе Александр Низков менән өсөнсө урын алып ҡайтҡан.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә төп эштәрҙә ихата һепереүселәр, слесарь-сантехник, ҡаҙанлыҡ операторы, тракторист-механик, электромонтер һәм иретеп йәбештереүселәр булыуын күптәр белә, әммә уларҙың эше менән яҡындан бик һирәктәр генә таныш. Тап ошо белгестәр араһында конкурс үткән дә инде.
– Республика кимәленә сығыр алдынан беҙ ҡалалағы зона этабында һайлап алыу турын үттек. Яңауылға бөтәһе 12 кеше барҙыҡ. Стәрлетамаҡта ғәмәли өлөш ҡатмарлы булһа, теория һорауҙары еңел булды, ә бына финалда, киреһенсә, ғәмәли өлөш ябайыраҡ булып күренде, – тип конкурстан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште Рөстәм.
Үҙе һүҙгә һараныраҡ булһа ла, ҡулы етеҙ әңгәмәсенең. Ҡасандыр ошо ҡалала училище тамамлай, ошонда уҡ тәжрибә нығыта. Хәҙер иһә иң оҫта электромонтерҙарҙың береһе. Нәҡ шул етеҙлеге, оҫталығы ярҙамында тәүге баҫҡыстарға лайыҡ була ла инде ул: өс фазалы электр энергияһы счетчигын өс минут та туғыҙ секунд эсендә ҡороп ҡуя. Бөтә электромонтерҙар ҙа шундай етеҙ ҡуллы булһа икән!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас