– Матурлыҡты нисек билдәләргә булыр ине?
– Кемдер уны – уратып алған тәбиғәт күре-нештәрендә, йорттарҙа, кемдер кешеләрҙең һомғол буй-һынында, үҙен тота белеүендә күрә. Минеңсә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрә белеү, үҙ ҡулдарың менән нимәлер тыуҙырыу, күңел күҙе менән барлау – үҙе үк матурлыҡ.
Бәләкәй генә ауылдарҙан алып ҙур ҡалаларға тиклем ап-аҡ туй күлдәге кейгән ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарайбыҙ. Эш күлдәктә генә түгел, уларҙың күҙҙәре янып, бәхет осҡондары менән балҡый. Килен булып төшкән бәхетле мәл яңынан ҡабатланмай һымаҡ, ә икенсе яҡтан тап ошондай хистәр менән ғаилә тормошо дауам итергә, балҡып торорға тейеш. Үҙемә ошо матурлыҡ, сафлыҡ оҡшай һәм нәҡ йәш килендәрҙең матурлығын асып биргән проекттар өҫтөндә эшләйем.
– Ниндәй ниәт хаҡында һүҙ бара?
– Силәбелә башҡорт ҡыҙҙары күп, улар ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел генә «Замана башҡорт ҡыҙҙары мәктәбе» проекты үтте, гүзәл заттарыбыҙ унда аш-һыу оҫталығына, зауыҡлы итеп кейенеү, үҙеңде йәмғиәттә тотоу, киләсәккә маҡсаттар ҡуйыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу серҙәренә төшөндө. Ғаилә ҡиммәттәрен, үҙ йолаларын өйрәнде, физик күнекмәләр башҡарҙы. Бик шәп байрам булды.
Тағы бер киң танылған проект – “Ҡасып киткән килендәр” (“Сбежавшие невесты”). Бында һүҙ тура мәғәнәлә ғаилә тормошонан ҡасыу түгел.
Ғәҙәттә, декретҡа сыҡҡан йәш ҡатын-ҡыҙҙар өй эштәренә күмелеп китә, баланы ла ҡарарға кәрәк. Шул мәлдә йәш әсәләр үҙҙәрен күрмәй, өҫ-башына иғтибар бирмәй башлай, етемһерәп китә тиһәк тә булалыр, ә беҙ уларҙы бындай төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, дәртле һәм матур булып йәшәргә саҡырабыҙ.
– Мәҫәлән, бергә йыйылып фотоға төшәбеҙ, төрлө образдар тураһында һөйләшәбеҙ, матурлыҡ тураһында аралашабыҙ.
– Был матур тормош ғаилә тормошона ҡамасаулай түгелме?
– Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың дәрте, матурлығы ташып тора. «Сбежавшие невесты» проекты йәш кешене ғаиләнән айырырға түгел, ә буш ваҡытын файҙалы то-тонорға өйрәтеү маҡсатын ҡуйған. Бала менән ултырыу күп ваҡыт ала тиҙәр, шулай ҙа өлгөрҙәр тап ошо осорҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп китә, юғары уҡыу йорттарында белем ала. Ә икенселәр ваҡыт юҡлығына зарланһалар ҙа, үҙҙәре кино ҡарап, йә интернетта ултырып көн үткәрә. Дәртен юғалтмаған ҡыҙҙар тиҙ генә аш-һыуын әҙерләп, өйөн дә ялтлатып йыйыштырып ҡуйып, төрлө сараларҙа, проекттарҙа ҡатнашып йәшәй ала. Мәҫәлән, беҙгә килгән ҡатындарҙың күбеһенең балалары бар, йәш әсәләргә фотосессияларҙа ҡатнашырға, стилле кейенеп образдар тыуҙырырға бер ни ҙә ҡамасауламай бит. Проектта ҡатнашҡан ҡыҙҙар тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, тормошҡа ҡараштары, күңел тороштары буйынса ла күпкә ыңғай яҡҡа үҙгәрә.
Әйткәндәй, ошондай проекттар Стәрле-тамаҡта ла булһа ине.
– Стәрлетамаҡ тигәндән башҡорт филологияһы факультетын (БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) тамамлаған кеше булараҡ, хәтерләйһеңме, беҙҙә уҡыған ҡыҙҙар “Һылыуҡай” республика бәйгеһендә һәм башҡа матурлыҡ конкурстарында еңеү яуланылар...
– Яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Әммә уларҙың еңеүҙәре буй-һындарына, матур йөҙҙәренә генә бәйле түгел, тип иҫәпләйем. Ғаиләлә, мәктәптә, ошо уҡ факультетта алған тәрбиә, бәләкәйҙән күңелгә һеңдерелгән ҡиммәттәр, үҙ-үҙеңде тотоу, тормош һабаҡтарын туплаған ҡыҙҙар бәйгелә ҡатнаша, эске һәм тышҡы матурлығын күрһәтеп еңеү яулай, минеңсә.
– Ә һеҙҙең проекттарҙа еңеүсе билдәләнәме?
– Беҙҙең проекта иһә, айырым еңеүсе юҡ, дөрөҫөрәге, ҡатнашыусыларҙың ошо проектҡа килергә баҙнат итеүҙәре, туҡтауһыҙ өйрөлгән ҡала тормошонда фекерҙәштәр табып, күңел күтәреүҙәре – үҙе үк еңеү бит ул. Проекттың маҡсаты ла ошонда. Аҡ күлдәктәр өмөттәр тыуҙыра, әммә өмөттәр аҡланырға, ғаилә тормошо матур булырға тейеш!
– Яуаптарың өсөн рәхмәт! Уңыштар һәм артабан да матурлыҡ өләшеп йәшәүеңде теләйем.