Бөгөн Башҡортостанда мөһим сара уҙҙы.
Бөгөн Башҡортостанда мөһим сара уҙҙы. Стәрлетамаҡта 114 һайлау участкаһында ҡала граждандары тауыш бирҙе. Шулай уҡ һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа, мәҫәлән, дауаханаларҙа, төрмәләрҙә 6 участка эшләй. Бөтәһе – 120 участка. БР Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына 23-сө Нахимов, 24-се Ольховка, 25-се Отрадовка, 27-се Шихан һайлау округтары буйынса эш алып барырға хоҡуҡ бирелгән.Ҡалала беренсе тапҡыр 82 участкаға һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡуйылған. Бындай комплекстар бюллетендәрҙе төшөрөү менән автоматик рәүештә тауышты иҫәпләп барыуға тәғәйенләнгән.