Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова:
- Ҡаланың 4-се гимназия спортзалында урынлашҡан 650-се Һайлау учаскаһында иртәнән бирле кеше өҙөлмәй. Һайлауға килеүебеҙ менән тәбрикләп, яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар.
Башҡортста бланк һорап алдым - бланктар бар. (Ойоштороусылар бер ҡасан да үҙҙәре алдан уҡ һеҙгә ниндәй телдә яҙылған бланк кәрәклеген һорамай, автоматик рәүештә руссаһын ҡулға тотторалар.) Һайлаусы үҙе башҡортса яҙылған документты үҙе талап итергә мөмкин. Асыҡланыуынса, күптәр һайлауҙа үҙ телендә тауыш биреп булыуын белмәй.
Тимәк, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәләре лә алдан аңлатыу, иҫкәртеү эшен алып барырға тейеш.