Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2018, 08:01

Уҡыйҙар әле һине, китап!

Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары әүҙем үҫешһә лә, китап төп белем сығанағы булыуҙан туҡтамай. Тәү сиратта ул кешеләрҙең ижади рухын, мәҙәниәтен булдырыусы сифатында сығыш яһай, кешелектең рухи мираҫын байыта, әлбиттә. Китап бөгөн дә – цивилизацияларҙы тоташтырып тороусы күпер. Шөкөр, замандаштарыбыҙ быны аңлай. Китап уҡып кинәнә, китапҡа хөрмәт менән баға. Быға ҡалала үткән “Арт-Книго-фест” фестивале үҙе дәлил һымаҡ.

“Тиндәрҙән һум йыйылған кеүек, уҡылған бөртөктәрҙән белем туплана” тип юҡҡа ғына әйтеп ҡалдырмаған В.И.Даль. Әммә, минеңсә, был көндө ул белем күргәҙмәгә, һатыуға сығарылған китаптарҙа ғына түгел, ҡәләмдәштәремдең ялҡынлы сығыштарында ла, гөр килгән йәштәрҙең ижади бәхәстәрендә лә, ҡалабыҙҙың абруйлы ҡунаҡтарының сығыштарында ла сағылды.
Фестивалдең төп маҡсаты – йәш быуында әҙәбиәткә ҡарата хөрмәт уятыу, кешеләрҙе китап уҡыуға өндәү ине һәм маҡсатҡа ирешелде тип әйтергә булалыр. Китап байрамында ҡатнашыусылар һәм тамашасыларҙың һаны буйынса ғына ла күпте әйтергә мөмкин. Ә сарала йәйелдерелгән майҙандар әллә ни ҡәҙәр һаны һәм йүнәлеше буйынса бай булды. Күңел асыу программалары интеллектуаль программалар менән йәнәш барҙы. Бында маҡсатлы аудиториялар ҙа эшләне. Ун биш майҙандың береһендә һүрәт төшөрөүселәрҙең күргәҙмәләренә ҡарап һоҡланһаҡ, икенсе урында – бейеүселәр, өсөнсө урында бард башҡарыусыларының йырҙарын тың-ларға мөмкин ине. Тамашасыларҙы ла ҡатнашырға йәлеп иткән “бөтәгеҙ өсөн” тигән майҙансыҡ та әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо.
Материалдың аҙағын гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.
Читайте нас