Ошо көндәрҙә яңы төҫтәргә буялып, яңыртылып ҡоролған станцияларҙың береһе йәнә техниканы яғыулыҡ менән туйындыра башланы. Ул үҙенең брендын алыштырған тәүге станция. Артабан “Газпром”ға ҡараған станцияларҙың барыһы ла йөҙөн яңыртасаҡ.
Әммә төҫтәр генә алышынмай. Яңы яғыулыҡ станцияһында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар тиерлек, унда яғыулыҡ тултырырға ярҙам итеүсе эшләй, кәрәк-яраҡтар һат-ҡан магазин бар, тышта хатта тәгәрмәскә тын тултырып, машинаның эсендәге туҙанды ла һурҙырып алырға була. Бында тәбиғәткә зыян килтермәҫ өсөн яңы технологиялар ҡулланыла, шулай уҡ мөмкинселектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.
Ҡыҙыл таҫмалар киҫелгәндән һуң бында автомо-билдәр килеп тә тулды, шулай ҙа иң беренсе булып яңы станция яғыулығында мотоциклдар йөрөп ҡараны, ҡаланың байкерҙары күмәкләшеп килеп яңы станцияның асыу тантанаһында ҡатнашып, бындай мөмкинселеккә эйә булды.
Яңы май-яғыулыҡ станцияларына барып туҡтап яғыу-лыҡ менән бактарҙы тултырыу бер, шулай ҙа яғыулыҡҡа хаҡтар ҙа автоһәүәҫкәрҙәр өсөн бер аҙ “уңайлана” төшһә ине. Яңы станциялар баҙарҙа конкуренция булдырыр һәм хаҡтарҙы тотороҡло хәлдә тотор тип өмөтләнәйек.